Йылдың һәр миҙгеле гүзәл. Ямғыр күп яуһа ла, ҡайһы саҡта өшөтһә лә, көҙ ҙә оҡшай. Тирә-йүн шундай матур! Айырыуса беҙҙең Бөрйәндә.
Был фотоны Әбделмәмбәт мәктәбендә физкультуранан уҡытҡан Зиннур ағай Боҫҡонов төшөрҙө. Унда мин бер туған апайым Миләүшә менән. Зиннур Ғүмәр улы әйткәнсә, фотоға төшөргә башҡорт ҡыҙҙары кейемендә килдек. Тау башынан ауылыбыҙ, алыҫ-алыҫта ятҡан башҡа тауҙар, юлдар ағарып күренә. Шундай бейектә фотоға төшөүе бик оҡшаны! Апайым әйтмешләй, көҙ менән һөйләшкәндәй, серләшкәндәй булдыҡ.
Ҡәҙриә ҠАСИМОВА,
Әбделмәмбәт мәктәбе
уҡыусыһы.
Бөрйән районы.