Бөгөн Асия тәүге тапҡыр мәктәпкә бара. Бик тулҡынлана. Был көндө ул оҙаҡ көттө. Дәфтәрҙәре әҙер, портфеле лә бар. Әсәһе ҡыҙҙың ҡупшы күлдәген дә үтекләп элеп ҡуйған.
Уҡырға барыр өсөн иң башта юл ҡағиҙәләрен белергә кәрәк. Мәктәп өйҙәренән алыҫ ҡына. Бер нисә тапҡыр юл аша сығаһың. Әсәһе Асияға ҡағиҙәләрҙе өйрәтергә булды.
Машина йөрөгән юлға килеп туҡтанылар. Светофорҙа ҡыҙыл ут яна.
— Нимә эшләйбеҙ? — тип һораны әсәһе ҡыҙынан.
— Тик торабыҙ.
— Ә хәҙер һары ут күҙ ҡыҫа...
— Әҙерләнәбеҙ!
— Афарин, ҡыҙым! — тип маҡтаны әсәһе. — Ә хәҙер йәшел ут йылмая.
— Ҡуҙғалһаҡ та була, — тине Асия.
Юл уртаһына еткәс, әсәһе былай тине:
— Башта — һулға, унан уңға тағы бер тапҡыр ҡара.
Ул Асияға юл аша сыҡҡанда уйнарға ярамағанлығын да, йәшел ут һүнергә бик аҙ ваҡыт ҡалғанда өлгөрәм тип ашыҡмаҫҡа кәрәклеген дә аңлатты.
Проспект һымаҡ киң урам аша ер аҫты юлынан йәки светофор торған ерҙән генә сығырға кәрәклекте лә белде Асия.
Ҡыҙының юл ҡағиҙәләренә етди ҡарауына, уларҙы тиҙ өйрәнеүенә әсәһе бик ҡыуанды. Хәҙер Асияны мәктәпкә тыныс күңел менән ебәрә ала.
Ә һеҙ, ҡәҙерле балалар, юл ҡағиҙәләрен беләһегеҙме?
Зөлфиә КҮСКИЛДИНА.