Ҡотлайбыҙ!18.09.2012
Ҡотлайбыҙ!Ҡәҙерле хеҙмәттәшебеҙ Ишембай районының Маҡар ауылы һылыуы Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА икенсе тапҡыр әсәлек бәхетенә эйә булды: ҡыҙы тыуҙы.
Тәбиғәттең алтынға мансылған, муллыҡҡа төрөнгән мәлендә донъяға ауаз һалған бәләкәстең бәхет бишегендә генә тирбәлеп үҫеүен, ата-әсәһен, ағаһын, туғандарын әлегесә шатлыҡ-ҡыуанысҡа күмеп, һау-сәләмәт, аҡыллы, һоҡланып туймаҫлыҡ ҡыҙ булып буй еткереүен теләйбеҙ. Әһлиуллиндар ғаиләһенә именлек, татыулыҡ, муллыҡ, уңыштар насип итһен!
“Башҡортостан”дар.


Вернуться назад