Батмағош яланы18.09.2012
Элек беҙҙең яҡтарҙағы бай башҡорт күп итеп йылҡы тотҡан. Уларҙы көн дә теүәлләгәндәр. Бер заман, һәр ваҡыттағыса, тауҙан килеп яланға күҙ һалһалар, мал тулмай икән — ҡаҙаҡтар ҡыуып алып киткән.
Байҙың шундай ҡыйыу, тәүәккәл Фатима исемле ҡыҙы булған, ти. Атта оҫта йөрөгән. Ул хәлде ишетеү менән ҡаҙаҡтарҙың артынан сапҡан. Уғрыларҙың төнөн йоҡлап киткәнен көтөп алғас, мал бикле торған урынға килеп, өйөр айғырына атланған да аттарҙы эйәртеп алып ҡайтҡан.
— Ҡыҙым, ҡайһылай етеҙһең! Ҡош кеүек осоп ҡайттың! — тип һоҡланған атаһы. Шул ваҡыттан алып бай йылҡы тотҡан яланды “Фатима-ҡош” тип атай башлағандар. Йәшәй-йәшәй, халыҡ был атаманы “Батмағош”ҡа әйләндергән.
Был матур ялан әле лә бар. Элек унда беҙ бесән эшләй торғайныҡ.
Шайморат АБДУЛЛИН,
Юлдыбай мәктәбе уҡыусыһы.
Йылайыр районы


Вернуться назад