Һикһәненсе йылдарҙа район үҙәктәренең береһенә хәрби хеҙмәттән ике дуҫ егет ҡайтып төшә. Бер аҙ ял иткәс, эшкә урынлашырға булалар. Ләкин үҙҙәре теләгән урын таба алмай яфаланалар. Шул саҡ район гәзитендә: “Милицияға йәш һәм ҡыйыу егеттәр ҡабул ителә”, — тигән белдереүҙе күреп ҡалалар.
Дуҫтар шатлана-шатлана икенсе көндө үк эшкә урынлашырға килә.
Милиция полковнигы улар менән танышҡандан һуң:
— Ай-һай, егеттәр, эшләй алырһығыҙмы икән, беҙҙең эш бик ҡатмарлы, ауыр, хәүефле бит, — ти.
— Беҙ бит хәрби-сәйәси әҙерлек отличниктары, — тип сатнатып яуап бирә тегеләр.
— Улай булғас, берегеҙ сығып торһон, айырым-айырым һөйләшергә кәрәк, — ти милиция начальнигы.
Коридорға сыҡҡан егет, ишекте ябып бөтөрмәй, бер ҡолағын ҡуйып тыңлап тора.
— Беҙ һине милицияға эшкә алдыҡ, ти, һеҙ көн буйы эштә булдығыҙ ҙа арып-талып ҡайтып киләһегеҙ. Ҡайтышлай бер магазинға керҙегеҙ. Магазинда дефицит әйбер һаталар, әйтәйек, колбаса, май, сәй һәм башҡалар. Тәртипһеҙ сират, тауыш, этеш-төртөш, тартҡылашыу. Һеҙ нишләр инегеҙ?
— Мин ни, һатыусы янына барыр инем дә ҡолағына ғына, “тиҙ генә бер-ике кило колбаса үлсәп бир әле, эштән арып ҡайтып киләм”, тиер инем.
Милиция начальнигы тауышын күтәрә төшөп:
— Юҡ шул, улай булмай. Башта халыҡты матур итеп теҙеп, сиратҡа баҫтырырға, ә үҙеңә иҫең китмәй генә “беҙгә лә ҡалыр” тип иң артҡа барып баҫырға кәрәк.
Һөйләшеүгә дуҫтарҙың икенсеһен саҡыралар. Ишек ярығынан тыңлап торған егет айырыуса һуңғы һүҙҙәрҙе асыҡ ишеткән була. Милиция полковнигы:
— Беҙ һине эшкә алдыҡ, ти. Һин көн буйы эшләп арып, милиция формаһында өйөңә ҡайтып киләһең. Хулигандар ағас араһында кемделер аҡыртҡансы туҡмай икән, ти. Нишләр инең? — тип һорай.
— Башта мин уларҙы бик матур итеп теҙеп сиратҡа баҫтырыр инем. Үҙем, дефицит юҡ хәҙер, беҙгә лә ҡалыр, тип, иң артҡа барып баҫыр инем, — ти.
Мулланур ТИМЕРӘЕВ.
Дүртөйлә ҡалаһы.