— Яңыраҡ ғаиләбеҙҙә шатлыҡлы ваҡиға булды — икенсе балабыҙ донъяға килде, — тип һөйөнөсөн еткерҙе ул. — Өлкән ҡыҙыбыҙға — йәш ярым, икенсеһенә өс ай ғына. Балалар бәләкәй булғас, бар эшемде ташлап, ҡатыныма ярҙамлашам. Ҡыҙҙарыма ауылда оҡшай. Саф һауа, экологик яҡтан таҙа ризыҡ уларға һау-сәләмәт, матур булып үҫергә ярҙам итәсәк.
Илсур Тайсин өлкән ҡыҙын — Әмирә, кинйәһен Биназир тип атаған. Баҡтиһәң, артист һәр ваҡыт ике ҡыҙ бала атаһы булырға хыялланған. Был матур яңғырашлы исемдәрҙе ул күптән күңел һандығында йөрөткән. Бәхетле атайҙың әйтеүенсә, Әмирә — “етәксе, ханбикә”, Биназир “тиңе булмаған, сағыштырғыһыҙ” тигәнде аңлата.
— Аллаға шөкөр, хыялым тормошҡа ашты. Ике ҡыҙ атаһы булыуым менән ғорурланам, — тине сәхнә “йондоҙ”о.
Ғаиләһендә һылыу ҡыҙҙарҙың артыуы Илсур Тайсиндың ижадында ла сағыла: “Айгөлөм” (Флүрә Мәһәҙиева көйө һәм һүҙҙәре) тигән яңы йырын тамашасы хөкөмөнә сығарырға йыйына.