Йыһандан юл Красноусолға илтә08.12.2011
Йыһандан юл Красноусолға илтәТеүәл биш йыл элек республикабыҙ Хөкүмәте менән Ю.А. Гагарин исемендәге Рәсәй дәүләт космонавтар әҙерләү ғилми-тикшеренеү һынау үҙәге араһында килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. Уға ярашлы йыһан батырҙары “Красноусол” шифаханаһында ял итә башланы.
Михаил Тюрин, Максим Сураев, Василий Циблиев һаулығын нығытты ла инде. Ошо көндәрҙә летчик-космонавт, Советтар Союзы Геройы Александр Баландин менән Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған осоусы-һынаусыһы Урал Солтанов булды.
Урал Нәжип улы сығышы менән – Әлшәй районынан.
— Мин башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫтем, әсәйем — Благовар районынан, атайым — Миәкәнән, үҙебеҙ Әлшәйҙә йәшәнек. Миңә исемде Урал тауҙары хөрмәтенә ҡушҡандар. Бер ваҡыт ҡыҙыҡ хәл булды. Һынау осошона әҙерләнәбеҙ. Урал тауҙары өҫтөнән үтеп барғанда ниңә шул тиклем сайҡалыуыбыҙ хаҡында ҡыҙыҡһындылар. “Был — Урал!” — тинем. “Бәләкәй генә тау булһа ла, шундай көслө бит әле”, — тип һоҡландылар. Был хеҙмәттәштәрҙең минең хаҡта әйтеүе ине.
Башҡорт малайы бала саҡта космонавт түгел, ә хәрби летчик булырға, истребителдә осорға хыяллана. Быға юл оҙон була. 1964 йылда Ҡазандың Суворов хәрби училищеһына уҡырға инә. Артабан Харьков авиация училищеһында белем ала, хәрби осоусы-инструктор вазифаһында хеҙмәт итә, летчик-һынаусылар мәктәбе тыңлаусыһы була. 1978 йылда “Буран” йыһан карабына һынау үткәреү буйынса осоусы-һынаусылар отряды составына инергә тәҡдим итәләр. Ул 50 төрҙәге хәрби һәм граждандар самолетына һынау үткәрә. Бөтәһе ун тапҡыр авиация рекорды ҡуя. Һуңыраҡ француз космонавтарын һәм летчиктарын осошҡа әҙерләүҙә ҡатнаша.
Александр Николаевич Баландин Фрязино ҡалаһында тыуған. Космонавт йыһандан төшөрөлгән Ер һүрәте слайдтарын һәм карап бортынан эшләнгән үҙ һүрәттәрен күрһәтте. Тамашасы алдында үҙенсәлекле һүрәттәр ята: улар Ерҙән 400 саҡрым өҫтә төшөрөлгән. Ғәжәп формалағы ап-аҡ болоттар, планетабыҙҙың иҫ киткес матурлығы: балҡып торған тау һырттарының көмөш түбәләре һәм теҙмәләре, улар араһындағы зәңгәрһыу күлдәр һәм йылғалар — барыһы ла ус төбөндәгеләй… Күрәһең, ошо баш әйләндергес матурлыҡ тәьҫирендә бер ҡасан да һынлы сәнғәт тураһында уйланмаған Александр Баландин тәүге тапҡыр һүрәт төшөрә башлағандыр.
Үҙе был хаҡта шулай ти:
— Белмәйем, нимә булғандыр, әммә тормошҡа ҡарашым үҙгәрҙе. Әгәр һеҙ Ерҙе Йыһандан күрһәгеҙ, уның матурлығына, шул уҡ ваҡытта бик нәзәкәтле, бәләкәй булыуына һәм нәҙек кенә атмосфера ҡатламы менән уратып алыныуына ғәжәпләнер инегеҙ! Мин тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәндем. Урманда йөрөгәндә бәшмәктәрҙе, дарыу үләндәрен йолҡмайым, ә киҫеп алам, кеҫәмдә һәр ваҡыт ҡырмыҫҡалар өсөн күстәнәс йөрөтәм. Ерҙе һаҡлап ҡалыуға индергән бәләкәй генә өлөшөм был.
Гөлназ АЗИМОВА.
Ғафури районы.


Вернуться назад