Тамашасыларын аптырауға һалып, ҡапыл ҡайҙалыр юғалған моңло һандуғас Фәриҙә Ғаззалова ҡабаттан сәхнәгә сығырға йыйына.
— Урамда йыш ҡына ҡайһы берәүҙәр танып, һуңғы ваҡыт ниңә сығыш яһамауымды һорай. Мин бит хәҙер Асҡар исемле баһадир үҫтерәм, — тип ғорурланып яуап бирҙе Баймаҡ килене.
Йәш тә һигеҙ айлыҡ Асҡар әсәһе кеүек моңло булмаҡсы. “Тамыр” балалар телевидениеһының тапшырыуҙарын ҡарарға, йырларға һәм бейергә ярата икән.
— Бала бағыу — бәхетле мәл. Шулай ҙа артист кеше өйҙә генә ултырып түҙә алмай икән, күңел сәхнәне һағына. Әле эш эҙләй башланым, улыбыҙҙы балалар баҡсаһына бирергә йыйынабыҙ, — тип тамашасыларына сәләм юлланы йырсы.