Гөлфинә Хәмитова һалҡындан ҡурҡмай15.09.2012
Гөлфинә Хәмитова  һалҡындан ҡурҡмай“Бына ошо беҙҙең урман-ҡырҙар,
Йә, Хоҙайым, ниндәй хозурлыҡ!” —
тип йырлай-йырлай, Гөлфинә Хәмитова йәй буйы Башҡортостан тәбиғәте менән һоҡланып йөрөгән.
— Күп райондарҙа гастролдә булдым. Концерт ҡуйыуҙан тыш, күберәк тәбиғәт ҡосағында ял итергә тырыштым — йылға-күлдәрҙә һыу индем, тауҙарға мендем. Тыуған яғыбыҙ шундай матур, сит илдәргә һис күңел тартмай, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты йырсы.
Тағы ла Гөлфинә Хәмитова Миәкә районындағы изге ҡойоға барып, өс тапҡыр сумырға ла өлгөргән. “Уның һыуы шифалы, тиҙәр. Йәй сумып сыҡһаң, ҡыш ауырымайһың”, — тине ул.
Тәбиғәттән илһам йыйып, йырсы яңы диск әҙерләргә тотонған. Ай аҙағында Салауат районының Малаяҙ ауылына гастролгә барып ҡайтырға йыйына. Эстрада “йондоҙ”о төп эшендә лә һынатмай. Әйткәндәй, ул Өфө мәктәптәренең береһендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.


Вернуться назад