Лилиә Ишемйәрова сит телдә йыр өйрәнә15.09.2012
Лилиә Ишемйәрова  сит телдә  йыр өйрәнәӨс бала әсәһе, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Лилиә Ишемйәрованың, ғаиләһенән тыш, ижадҡа ла ваҡыты ҡала башлаған.
— Дүрт йәшлек Арыҫланбай менән өс йәшлек Ишморат улдарыбыҙҙы ошо айҙа балалар баҡсаһына бирҙек. Шуға күрә тыныс күңел менән ижадҡа сумдым, — ти йырсы.
Ысынлап та, сәхнә оҫтаһының тормошонда илһамлы осор башланған. Ул бөгөн клиптарҙан ғына торған DVD-диск әҙерләргә тотонған. Тағы ла филармонияның ижад миҙгеле асылыуына ҡарата яңы йырҙар яҙҙыра һәм сит телдә йыр өйрәнә икән.
— Был йыр сит ил киноларының береһенән алынған. Исеме әлегә сер булып ҡалһын. Уны ноябрҙә буласаҡ “Синема! Синема!” тигән концертта ишетергә мөмкин, — тип серле йылмайҙы йырсы.
Әйткәндәй, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Урал Мортазин менән Лилиә Ишемйәрованың талантлы ғаиләһендә тағы ла Зөлхизә исемле һылыуҡай буй еткерә. Ул быйыл IX класҡа барған, тик “бишле”гә уҡый.


Вернуться назад