Был кәңәштәр күптәргә ярҙам итә15.09.2012
*Дөгөлө аштың һурпаһы үтә күренмәле булһын тиһәгеҙ, уны башта 5 минут бешерегеҙ, һыуын түгеп, һалҡын һыуҙа сайҡатығыҙ, һуңынан һурпаға һалығыҙ.
* Әгәр ветчина бер аҙ кипкән, ҡата башлаған икән, уны ярты сәғәткә һөткә һалып тороғоҙ.
*Урталай бүленгән һуған кипмәһен өсөн уны киҫелгән яғы менән аҫҡа ҡаратып, тоҙ һибелгән тәрилкәгә һалалар йәки киҫелгән еренә ниндәй ҙә булһа май һылайҙар. Ошолай эшләгәндә һуған матур килеш һаҡлана, файҙалы матдәләрен дә юғалтмай.
* Бәлештең өҫтө ылыҡтырғыс һәм алһыу булһын өсөн бешерер алдынан уға йомортҡа, шәкәрле һыу йәки һөтлө ҡәһүә һыларға мөмкин.
*Һыуға бер аҙ аш һеркәһе өҫтәһәң, майлы һауыт-һабаны йыуыу күпкә еңел булыр.
* Аҡ һәм ҡара икмәкте айырым һаҡлайҙар. Бергә һалһаң, улар тиҙ иҫкерә.
* Һауыттың ситенә май һылаһаң, ҡайнатҡанда һөт ташмай.
* Шиңгән йәшел тәмләткестәрҙе бер аш ҡалағы һеркә һалынған һыуҙа бер сәғәт тотһаң, улар яңырып китә.
* Әҙерләгәндә аш-һыуҙы көйҙөрһәгеҙ, уны икенсе һауытҡа бушатығыҙ ҙа икмәк ҡыйыры йәки, ризыҡҡа бара торған булһа, бер баш һуған һалығыҙ. Бер аҙҙан алып ташлағыҙ, көйөк тәме ҡалмаҫ.
* Һөт көйһә, бер аҙ ғына тоҙ һалып һыуытығыҙ. Тәме яҡшырыр.
* Көйөп бөткән кәстрүлде таҙартыу өсөн уға төбөн ҡапларлыҡ ҡына белизна һалып ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнап сыҡҡас, шунда уҡ утты һүндерегеҙ. Бер аҙ шулай тотҡас, көйгән ерҙең эҙе лә ҡалмаҫ!