Төп талап – законды һаҡлау15.09.2012
Ошо көндәрҙә Өфөлә Рәсәй Федерацияһының Суд приставтары хеҙмәте директоры – Рәсәйҙең баш суд приставы Артур Парфенчиков ҡатнашлығында ведомство вәкилдәренең семинар-кәңәшмәһе үтте.
Сарала Рәсәй Федерацияһының Суд приставтары хеҙмәте һәм уның территориаль органдары эшмәкәрлегенең хоҡуҡи тәьминәте һәм уны ойоштороу, суд приставтары хеҙмәте мәнфәғәттәрен судта яҡлау мәсьәләләре тикшерелде. Семинар-кәңәшмәлә Башҡортостандың Арбитраж һәм Юғары суды рәйестәре, ғалимдар ҡатнашты. Уның барышында фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән суд приставтары иҫтәлекле бүләктәр, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Әйткәндәй, улар араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Миҫал өсөн, быйыл июлдә Октябрьский ҡалаһында йәшәгән суд приставы Виктория Иванова һыуҙа батып барыусы 19 йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡарған. Ҡыҙ быуаны арҡырыға-буйға йөҙөп сығырға ниәтләгән, мәгәр көсөн тейешенсә баһаламаған. Ярай әле, бәхетенән, һыу буйынан Виктория үтеп барған... Иҫтән яҙған ҡыҙҙы ул ярға һөйрәп сығарған, "Ашығыс ярҙам" саҡырып, дауаханаға оҙатҡан. Әйткәндәй, Виктория Иванова – билбаулы көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат, ике бала әсәһе. Артур Парфенчиков уның батырлығын юғары баһаланы һәм ведомствоның абруйын тап ошо ҡыйыу ҡатын кеүек хеҙмәткәрҙәр күтәреүен билдәләп үтте.
Екатеринбург ҡалаһындағы Урал дәүләт юридик академияһы профессоры, граждандар процесы кафедраһы мөдире Владимир Ярковтың сығышы бик ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле булды. Ул Рәсәйҙең суд приставтары системаһын башҡа илдәрҙеке менән сағыштырып, ҡыҙыҡлы миҫалдар килтерҙе. Мәғлүм булыуынса, беҙҙең илдә бурыслыларға "төҙәлеү" өсөн бик күп мөмкинлектәр бирелә, ә Европала һәм Америкала, баҡһаң, ундайҙар менән оҙаҡ иҫәпләшеп тормайҙар, төрлө яза ҡулланалар.
Әлеге сарала шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеге, суд процесы ваҡытында суд приставтарын һәм суд хеҙмәткәрҙәрен хоҡуҡи яҡлау, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы экспертизалау һәм башҡа мөһим мәсьәләләр тикшерелде.

Г. БАЛТАБАЕВА.


Артур ПАРФЕНЧИКОВ, Рәсәй Федерацияһының Суд приставтары хеҙмәте директоры:
– Бындай семинар тәүге тапҡыр үткәрелә. Сарала Рәсәйҙең 83 төбәгенән вәкилдәр ҡатнашты. Ни өсөн Өфө? Һис тә осраҡлы түгел: бында хоҡуҡи эш юғары кимәлдә ойошторолған, бүлексәне илдәге иң алдынғыларҙың береһе тип атарға мөмкин. Башҡортостанда суд приставтары судтар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Унан һуң Башҡортостанда суд приставтары эшенә дәғүә белдереүселәр һаны ҡырҡа кәмегән – был эштең сифатын билдәләгән аныҡ күрһәткес.


Вернуться назад