Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте15.09.2012
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Саҡмағош районындағы Йомаш модель китапханаһының төп китапханасыһы Соколова Светлана Мефодьевнаға — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, Саҡмағош районындағы “Базы” ауыл хужалығы кооперативының иретеп йәбештереүсеһе Никифоров Валерий Александровичҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.