Йондоҙнамә. 17-23 сентябрь15.09.2012
Көс туплау ғына түгел, уны файҙаланыу үҙенсәлектәрен билдәләй торған осор. Быға тиклем булған мөмкинлектәрҙе нисек файҙаланыуығыҙҙы баһаларһығыҙ, һеҙҙең хаҡта башҡалар ниндәй фекерҙә икәнлеген белерһегеҙ. Шәхси тормошҡа килгәндә, тап ошо көндәрҙә етди мөнәсәбәттәргә нигеҙ һалыныуы ихтимал. Һүнеп ҡалған хис-тойғолар тоҡаныр, “дуҫлыҡ” тип уйлаған ғәмәл мөхәббәткә әүерелер.
Дүшәмбе аҙ һөйләгеҙ, бигерәк тә пландарығыҙ тураһында. Шишәмбелә мөһим эштәрҙе иртәнгегә йәки төш ваҡытына планлаштырығыҙ. Шаршамбы әүҙем эштәр өсөн ҡулай түгел. Кесе йома – буш көн, үҙегеҙҙең көсһөҙ икәнлегегеҙҙе тойорһоғоҙ. Йоманың тәүге яртыһында иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ, инициатива күрһәтеүҙән баш тартығыҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙнанан, ғәмәлдә, ҡәнәғәт булырһығыҙ. Әммә башланғыстарҙы икенсе ваҡытҡа ҡалдырып тороу уңышлыраҡ. Был шәхси тормошҡа ла ҡағыла: беренсе осрашыу хаҡында хыялланмай тороғоҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Был көндәрҙә көндәштәрегеҙҙең уҙып китеүе ихтимал. Улар һеҙ бик күрергә тырышып та, күрмәгән үҙенсәлекте тотоп алыр. Көймәгеҙ, нисек кәрәк тип һанайһығыҙ, шулай эшләгеҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һәр кем үҙе өсөн тырыша. Хатта элек-электән кем менәндер бик дуҫ булһағыҙ ҙа. Шулай уҡ һеҙҙе ниндәйҙер һынау көтә. Әҙерләнә башлағыҙ!
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Әүҙемерәк булығыҙ, яңы проекттар тәҡдим итегеҙ. Ғаилә эштәрендә һуңғы һүҙҙе һеҙгә әйтергә тура килер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү өсөн шарттар булдырығыҙ. Әңгәмәләшеүсе (яҡынығыҙ булһынмы, сит кешеме) серҙе бер кемгә лә сисмәүегеҙгә ышанырға тейеш.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Шәхси осрашыуҙар менән мауыҡмағыҙ. Беренсенән, ваҡытығыҙ сарыфланмаҫ, икенсенән, серлерәк булып күренерһегеҙ. Үҙегеҙгә кәрәкле мәғлүмәт алырһығыҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ярҙам ҡулы һуҙығыҙ – изгелек әйләнеп ҡайтыр. Туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ менән осрашырһығыҙ, аралашыу тәьҫораттары киләсәктә лә кәрәк булыр.
Саян (24.10 –22.11)
Коллектив мәнфәғәтенә эшләгеҙ, яҡындарығыҙ тураһында уйлағыҙ, ғаиләгеҙҙе ҡайғыртығыҙ. Үҙегеҙҙең теләктәрегеҙгә сират — аҙаҡтан.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Иғтибар үҙәгендә булырһығыҙ: әллә осраҡлы, әллә яңылыш. Юғалып ҡалмағыҙ, уңыш “ҡойроғон” тотоуығыҙ ихтимал.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыу урынына хәбәр һатыу, һайланыу, әҙерләнеү менән булаһығыҙ. Эшкә тотонорға ваҡыт!
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Етмәгән мәғлүмәтте йыя башлағыҙ. Юҡһа, яңы проектты башлағанда юғалып ҡалыуығыҙ бар.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ҡыҙыҡлы уй-фекерҙәр сығанағы булырһығыҙ. Уларҙың бер өлөшөн тиҙ арала уҡ тормошҡа ашырырға мөмкинлек сығыр. Һеҙгә ышанмаған яҡындарығыҙҙың фекеренә ҡолаҡ һалмағыҙ.
Өмөтбикә.