Бөрйән урманы ҡурсалауға мохтаж15.09.2012
Бөрйән урманы ҡурсалауға мохтажИртәгә – Урман хеҙмәткәрҙәре көнө
Быйыл Башҡортостан урманына күпте кисерергә тура килде. Ҡоролоҡ һәм йәй буйы ярһыған янғындар күптәребеҙҙе хәүефләндергәндер. Әммә республика урмансыларының үҙ ваҡытында сара күреүе, көн-төн тимәй фиҙаҡәр эшләүе ҡайһы бер төбәктәрҙәге кеүек ҙур юғалтыуҙарҙан һаҡлап ҡалды.
Эйе, Башҡортостан урманы – халҡыбыҙҙың төп хазиналарының береһе. Уны кешеләр мәнфәғәтендә дөрөҫ файҙаланыу, әләф-тәләф ителеүенә юл ҡуймай киләсәгебеҙ өсөн ҡурсалау — мөһим бурыс. Урмансыларыбыҙ ошо йәһәттән ал-ял белмәй тырыша ла инде.
Бөрйән – республикабыҙҙың урманға бай райондарының береһе. Йәшел байлығыбыҙға бында ниндәй мөнәсәбәт, урманыбыҙ тейешле кимәлдә ҡурсаланамы? Уны вәхшиҙәрсә талауға юл ҡуйылмаймы? Халыҡ ағас менән тәьмин ителәме? Урмансыларҙың һөнәри байрамы алдынан ошолар тураһында “Бөрйән урмансылығы” дәүләт учреждениеһы етәксеһе, 38 йыл хеҙмәт стажы булған белгес Рәмил ӘМИРОВ менән аралаштыҡ.

– Рәмил Зиннур улы, һөйләшеүебеҙҙе Бөрйән урманының бөгөнгөһөнән башлайыҡ...
– Мәғлүм булыуынса, 2006 йылдың декабрендә яңы Урман кодексы раҫланды, 2007 йылда ғәмәлгә ашырыла башланы. 2008 йылда яңы министрлыҡ барлыҡҡа килде. Әлбиттә, был үҙгәрештәр, һис шикһеҙ, Бөрйән урманына ла ҡағылды. Мәҫәлән, байтаҡ биләмә эшҡыуарҙарға ҡуртымға бирелде. Шул уҡ ваҡытта быға тиклем эшләгән тәртип ошо Урман кодексы ғәмәлгә ингәс тә селпәрәмә килде. Тап шул осорҙағы болғаҡтан, урмандың хужаһыҙ булыуынан, урмансыларҙы аяуһыҙ ҡыҫҡартыуҙан файҙаланып, ҡайһы бер әҙәмдәр ағасты вәхшиҙәрсә ҡырҡыуҙан тартынманы. Кем нимә өсөн яуаплы икәнен дә төшөнмәгән осор ине. Эшебеҙ яйға һалынғансы, күп кенә ваҡыт үтеп китте.
56 мең гектар урман, йәғни 17 проценты “Башлеспром”, “Сибайлеспром”, “Селена” кеүек эре ойошмаларға 49 йылға ҡуртымға бирелде. Бының зыяны ла булды: йыл һайын урындағы халыҡҡа бүленергә тейешле урмандың ҙур өлөшө улар ҡулына күсте. Әлбиттә, бүленгән ағас күләменең кәмеүе ризаһыҙлыҡ тыуыуына ла сәбәп булды. Был мәсьәләне күптән күтәрәбеҙ инде, әммә әлегә урынынан ҡуҙғатып ҡына булмай. Ҡуртымға алыусылар, халыҡтың ихтыяжын күҙ уңында тотоп, уларға арзаныраҡҡа таҡта һатһа, бура бурап бирһә, хәл бер аҙға еңеләйер, ризаһыҙлыҡ та булмаҫ ине. Был мәсьәләне хәл итеү юлдары район етәкселеге, Урман хужалығы министрлығы тарафынан да эҙләнелә, ул йәһәттән министр Рәжәп Нәбиуллин да урындағы халыҡтың мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп эш итә. Мәҫәлән, Бөрйән урманына ситтәр индерелмәне, миңеңсә, был иң дөрөҫ аҙымдарҙың береһе булды. Бөгөн дә урмандың ҡуртымға алыусыларҙан ҡалған өлөшө тик урындағы халыҡ ихтыяжында файҙаланыла.
– Урындағы халыҡҡа йылына күпме ағас бүленә һуң?
– Былтыр район халҡына 25 мең кубометр ағас бүленде. Шулай уҡ беҙҙең район халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерер өсөн Әүжән урмансылығынан да 5 мең кубометр тирәһе өҫтәмә рәүештә бирелде. Быйыл да район халҡына 25 мең кубометр ағас биреү күҙҙә тотола.
– Урмансылыҡтың эшмәкәрлеген нисек баһалар инегеҙ? Һөҙөмтәләр ҡыуандырамы?
– Мин 2009 йылда етәксе итеп тәғәйенләндем. Әлбиттә, ҙур үҙгәрештәр беҙҙе лә урап үтмәне, урмансылар һаны ҡырҡа ҡыҫҡартылды. Бөгөн учреждениела йәмғеһе 36 кеше эш урыны тапҡан. Бүлексәләрҙә элекке 20-ләгән кеше урынына хәҙер дүртәү генә мәшғүл. Мәҫәлән, дәүләт контроле бүлегендә ни бары алты кеше эшләй. Улар 320 мең гектар урмандың һәр ағасы өсөн яуаплы. Йәшермәйем, тәүҙә ауырыраҡ булды, хәҙер өлгөрәбеҙ.
Шуға ҡарамаҫтан, үҙ ваҡытында дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү һөҙөмтәһендә юғалтыуҙарҙы сикләнек. Мәҫәлән, йәйгеһен министрлыҡтан өҫтәмә көс һорайбыҙ: башҡа райондарҙан урмандарыбыҙҙа патруллек итеүҙә ярҙам күрһәтелә. Ошондай ысул ярҙамында урманды рөхсәтһеҙ ҡырҡыусылар һанын кәметеүгә өлгәштек. Йәғни урманды һаҡлауҙы көсәйттек. Мәҫәлән, мин алдараҡ атап үткән үҙгәрештәр башланғанда вәхшиҙәрсә ҡырҡыу һөҙөмтәһендә урманыбыҙ 14 миллион һумлыҡ зыян күрһә, бөгөн был һан 1 миллиондан артмай.
– Тимәк, бөгөн дә Бөрйән урманы ҡурсалауға мохтаж. Енәйәткә барыусылар табылып тора инде...
– Өҫтөнә баҫтығыҙ. Әммә ундайҙарға ҡаршы киҫкен көрәш алып барабыҙ. Әлбиттә, һаҡлаусыларының һаны ғына аҙыраҡ. Мәҫәлән, диләнкә бүлгән мастер хәҙер үҙ зонаһы өсөн дә тулыһынса яуаплы. Бер төп булһынмы, ун төпмө – айырма юҡ... Шулай ҙа, эш күләме ҙур булыуға ҡарамаҫтан, өлгөрөргә тырышалар.
– Быйыл рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу осраҡтары булдымы?
– Үкенескә ҡаршы, булды, әлегә ике тиҫтәгә яҡын осраҡ теркәлгән. Улар буйынса тикшереү бара. Дөйөм зыян 800 мең һум тәшкил итте. Ундайҙарға протокол төҙөлә, зыян биш мең һумдан артмағанда — административ, күберәк булғанда енәйәт эше ҡуҙғатыла. Әгәр “йәшел зона”ла икән, бер төптө йыҡһалар ҙа зыян ошо күләмде үтеп китә. Шуға бындай енәйәткә бармаһындар ине. Әлбиттә, әлеге кеүек осраҡтарҙы иҫбат итеүе ауыр. Йыш ҡына, “юҡ, мин ҡырҡманым, ул йығылған ине. Һыйыр эҙләп килгәндә күргәйнем, тейәтеп ебәрҙем”, тиҙәр.
– Ә, бәлки, ысынлап шулай булғандыр...
– Шулай ҙа быны ентекләп тикшерергә мәжбүрбеҙ. Тәүҙә бысҡы менән йығып китәләр бит, шунан ғына килеп алалар. Береһе лә бер юлы ҡырҡып, шунда уҡ машинаға тейәп йөрөмәй. Шуға ла иҫбат итеүе ауыр...
– Бөгөн ауып ятҡан ағастар ҙа күп. Урманды уларҙан таҙартыу (халыҡҡа бүлеп биреп булһа ла) хәл ителмәйме? Сереп ятҡансы, берәйһе, исмаһам, утын итеп яғыр ине.
– Элегерәк “ҡыйлыҡтан таҙартыу” тигән сара була торғайны. Уның буйынса план да үтәй инек. Һаман да шул Урман кодексы үҙгәреү сәбәпле, бөгөн бындай саралар башҡарылмай. Санитар ҡырҡыуҙар ғына үткәрәбеҙ. Әгәр ҙә йығылған ағас ҡулланырлыҡ хәлдә икән, улар сүкелә. Ағастың хәлен махсус белгестәр асыҡлай.
Шуны ла әйтергә теләйем: беҙҙең халыҡ ниңәлер йығылған ағасты алырға теләмәй, үҫеп ултырғаны кәрәк. Юл буйҙарында ла уҫаҡтар ауып ята, күптәргә, шуларҙы йыйып алығыҙ, юл буйын таҙалағыҙ, бушлай бирәбеҙ, тип әйткәнем булды. Ҡыуарған ағастарҙы ҡырҡып һалып ҡуйғайныҡ, уларҙы ла тәҡдим иттем. Алыуҙан баш тарттылар. Уҫаҡты ла бысып өйөп ҡуйһаң, ҡышҡылыҡҡа утын бит.
Тағы ла шул: халыҡ араһында сүп-сарын тоҡтарға тултырып урманға, юл буйҙарына ташлап киткән ғәмһеҙҙәр ҙә етерлек. Улар, үҙҙәренең артынан урманды кемдер таҙартып йөрөргә тейеш тип уйлаймы, әллә бөтөнләй вайымһыҙмы – был хәл бигерәк әсендерә. “Әйҙәгеҙ тәбиғәтебеҙҙән көлмәйек, уға һаҡсыл ҡарашта булайыҡ”, тип әйтке килә ошо кешеләргә.
– Ҡырҡыуҙан һуң диләнкәләрҙе таҙартыу, яңы үҫентеләр ултыртыу эше яйға һалынғанмы?
– 1 ғинуарҙан хәҙерге ҡағиҙәләр нигеҙендә был эш яйға һалынды. Ағасын ҡырҡҡанһың икән, рәхим ит, таҙартып тапшыр. Уларҙың торошон тикшереп торабыҙ.
Ә үҫентеләр ултыртыу менән “Бөрйән урманы” дәүләт унитар предприятиеһы шөғөлләнә. Уға бының өсөн биләмәләр бүләбеҙ. Элегерәк 150 гектар тирәһе ерҙә ултыртһаҡ, хәҙер, ҡуртымға алыусыларҙы иҫәптә тотоп (улар ҙа был эште башҡара), 125 гектар биләмәлә үҫентеләр сәстек.
– Ғәҙәттән тыш хәлдәр булып торамы? Быйыл йәй янғын осраҡтары ла тынғы бирмәгәндер.
– Тәүҙә ҡыу үлән генә яна, ағастарға күсмәһен өсөн ваҡытында күреп, һүндереп өлгөрөргә кәрәк. Янғындарҙың зыянын әллә ни етди тип әйтмәҫ инем. Ут сығыуҙың да төп сәбәбе йәшен булды, ә ул күберәк ҡая-таулы урынға ата бит. Урманға әллә ни ҡаза килтермәне. Күберәк ағас төптәре, үлән янды. Шул сәбәпле ағастарҙың ҡыуарыу осраҡтары теркәлде. Мәҫәлән, 2010 йылдағы ҡоролоҡтан һуң да урыны-урыны менән ошондай хәл күҙәтелгәйне. Ут саҡ ҡына эләкһә лә ағас ҡорой. Шулай уҡ ҡоролоҡтоң зыяны булды, ул да ағастарҙың күпләп ҡыуарыуына сәбәпсе.
– Утҡа ҡаршы нисек көрәштегеҙ? Үҙегеҙҙең янғын һүндереү техникаһы ла бар, буғай...
– Ысынлап та, техник йыһазландырыу йәһәтенән зарланырға урын юҡ, шуға ла утты ваҡытында һүндереүгә өлгәштек. Беҙҙең ике янғын һүндереү машинаһы бар, яңыраҡ махсус “ТЛП-4” тракторын бирҙеләр. Уларҙың файҙаһы ҙур булды. Шул уҡ мәлдә район ойошмалары ла ярҙамдан өҙмәне. Мәҫәлән, “Бөрйән юл-ремонт төҙөлөшө идаралығы” үҙҙәренең техникаһы менән ҙур ярҙам күрһәтте. “Бөрйән урманы” предприятиеһының да ике тракторы бар, шуларҙы файҙаландыҡ. Бындай ҡаза килгәндә вайымһыҙ ҡалмағандарҙың бөтәһенә лә рәхмәт һүҙҙәре еткергем килә.
– Һөнәри байрамығыҙға бәйле хеҙмәттәштәрегеҙгә еткерер теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.
– Бөтөн хеҙмәткәрҙәрҙе, шулай уҡ республикабыҙ урманы һағында торғандарҙың барыһын да үҙебеҙҙең һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас ҡотлайым! Еңел булмаған эштәрендә уңыштар ғына юлдаш булһын. Ни тиһәң дә, эшебеҙ һәр ваҡыт уяулыҡ, ҙур яуаплылыҡ талап итә. Киләсәктә лә йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй, Башҡортостан урманын ҡурсалауҙа иңгә-иң терәп тир түгергә яҙһын.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад