Тармаҡҡа яҡлау кәрәк15.09.2012
Башҡортостанда полиграфистар һәм нәшриәтселәрҙең “Тамға-2012” форумы тамамланды. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, унда Рәсәйҙең ундан ашыу төбәгенән һәм Башҡортостан предприятиелары ҡатнашты.
Тәүге көндә фәһемле докладтар һәм техник семинарҙар булды. “Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе шарттарында ватан полиграфияһының дәғүәселеккә һәләте. Тармаҡтағы корпоратив хәрәкәттең бурыстары” темаһына Төбәк-ара полиграфистар ассоциацияһы президенты Борис Кузьмин сығыш яһаны. Ғөмүмән, сарала ҡатнашыусылар, Рәсәй Президентына мөрәжәғәт итеп, тармаҡҡа Бөтә донъя сауҙа ойошмаһынан яҡлау һорамаҡсы. “Бөгөн полиграфия тулыһынса импортҡа бәйле. Ҡорамалдар, төп материалдар — барыһы ла ситтән килә. Сауҙа ойошмаһына инеү, бер яҡтан, пошлиналарҙы кәметергә тейеш. Беҙ быға тиклем пошлинаны төшөрөүгә йәки бөтөнләй бөтөрөүгә өлгәшкәйнек, хәҙер кире индерелде. Шул сәбәпле ҙур юғалтыуҙар кисерәбеҙ”, — тине Борис Кузьмин. Ассоциацияның вице-президенты Дмитрий Закиров заман полиграфияһы бизнесы кадрҙарына ҡуйылған талаптар тураһында һөйләне.
Йыйындың һуңғы көнөндә, республика полиграфияһы торошона арналған “түңәрәк өҫтәл” булды. Уны элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Венера Хәкимова менән Башҡортостан Полиграфистары ассоциацияһы президенты Ринат Шәкүров алып барҙы.
Шулай уҡ конкурстарға йомғаҡ яһалды, резолюция ҡабул ителде.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад