Ҡурғашлыла — карьер? Беҙ ҡаршы!14.09.2012
Ҡурғашлыла — карьер?   Беҙ ҡаршы!Йәй көнө ауылыбыҙҙа “Башкиравтодор” йәмғиәте Ҡурғашлы йылғаһы тамағында ҡырсынташ сығарыу һәм эшкәртеү буйынса карьер асыу мәсьәләһенә арналған йыйылыш үткәрҙе.
Бында карьер уҙған быуаттың 70-се йылдарында уҡ асылған була. Ул Үңәсташтан Ҡырынйортҡа юл һалыу өсөн файҙаланыла.
Урындағы халыҡ Ҡурғашлы тамағын Үңәсташ тип атай, сөнки унда тәбиғәт ҡомартҡыһы — “Сфинкстың башы” бар. Тау тоҡомдары, нигеҙҙә, эзбизташтан тора. Яуым-төшөм арҡаһында эзбиз йыуылып төшкән урында баш һәм нәҙек кенә муйын барлыҡҡа килгән.
20 метр самаһы бейеклектә урынлашҡан ошо баш Ҡурғашлы тамағын һаҡлаусыны, уның хужаһын кәүҙәләндерә. Йылға аша сыҡҡан һәр кем тәбиғәт ҡомартҡыһы янынан үтмәй ҡалмай. Был төбәкте кешеләр әүәл-әүәлдән изге ер тип атаған. Һунарсылар, ябай юлсылар төнгөлөккә тап ошо урында туҡтар булған. Тау башында күл дә бар. Тарлауыҡ аша тауҙарға юл башлана.
“Башкиравтодор” карьер аса ҡалһа, ошо тәбиғәт ҡомартҡыһы ла, уның менән бергә ауыл өсөн берҙән-бер һыу сығанағы булған Ҡурғашлы йылғаһы ла юҡҡа сығасаҡ, тигән фекерҙе йыш ишетәм.
— Карьер асыу менән эш урындары әллә ни артмаясаҡ, уның ҡарауы, йылға һайығасаҡ, таш сығарыу һәм эшкәртеү туҙаны ауыл эргәһендәге урманды ҡаплаясаҡ, һөҙөмтәлә умартасылыҡ зыян күрәсәк, — ти мәғариф ветераны Хәсән Абдулла улы Ҡотов. — Күперҙәр емереләсәк. Ауыр йөк машиналары юлды боҙоп бөтөрәсәк. Карьерға илткән юл ауылдың уртаһынан үтә. Ғафури урман хужалығының ауыл аша ағас ташығанын халыҡ әле булһа онотмай. Йәй — түҙеп торғоһоҙ туҙан, яҙлы-көҙлө — үтеп сыҡҡыһыҙ батҡаҡ, ҡыш — бульдозерҙар һалған көрт.
— Районда ҡырсынташҡа бәйле мәсьәләне хәл итергә кәрәк, әлбиттә. Карьер асыу өсөн Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына, “Башнедра” идаралығына мөрәжәғәт итеү зарур, — ти “Геолэкспертиза” предприятиеһы директоры Рифҡәт Рамазан улы Вәлитов.
Карьер өсөн урынды йылға тамағынан түгел, ә унан ике-өс саҡрым алыҫтараҡ бүлергә мөмкин. Ауылдан ситтә урау юл һалыу ҙа бик мөһим.
Рәсәй Һыу кодексына ярашлы, Ҡурғашлы йылғаһын һаҡлау зонаһы 100 метр тәшкил итә. Шулай уҡ ошо ҡанунда билдәләнеүенсә, тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһай торған хужалыҡ эшмәкәрлеге кешенең имен мөхиткә хоҡуҡтарын үтәп, уңайлы көнкүреш шарттары булдырып, экологик, иҡтисади, социаль мәнфәғәттәрҙе иҫәпкә алып тормошҡа ашырылырға тейеш.
Т. ҠАҺАРМАНОВ.
Ғафури районы,
Ҡурғашлы ауылы.


Вернуться назад