Ҡотлайбыҙ!14.09.2012
Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылы һылыуы Гөлсәсәк Илүс ҡыҙы Ханова менән Әлшәй районының Торонтайыш ауылы егете Рөстәм Рәсүл улы Шәймәрҙәновты ғүмерҙәренең иң күркәм байрамдары — законлы никахтары менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ.
Бөгөн тормошоғоҙҙа кеше ғүмерендә бер генә тапҡыр булырға тейешле иң ҡыуаныслы, бәхетле һәм яуаплы миҙгел — йәш йөрәктәрегеҙ мәңгелеккә ҡауышҡан көн! Көтөп алған бәхетегеҙҙе ғүмерегеҙ буйы ҡәҙерләп, пар аҡҡоштар кеүек йәшәргә насип итһен Хоҙай. Тормош елдәренә бирешмәйенсә, аҫыл ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, туғандар, дуҫтар менән бергә-бергә атлағыҙ. Йөрөгән юлдарығыҙҙы бәхет ҡояшы, һөйөү йондоҙо яҡтыртһын! Бәхетле булығыҙ!
Оҙатабыҙ һеҙҙе оҙон юлға,
Оло юлға — тормош юлына.
Ҡулды — ҡулға, уйҙы уйға бәйләп,
Йөрәк менән бергә булырға.
Иң изге теләктәр менән
әсәһе Миңниса Дәүләтгәрәй ҡыҙы, Резида һәм
Рәил Шәймәрҙәновтар.