Иптәшем Артур менән “Мир фирмаһы” туҡталышынан болоҡһоп ҡына ҡайтып киләбеҙ. Ҡояш түҙгеһеҙ итеп ҡыҙҙыра, тын алырлыҡ әмәл юҡ, күкрәк ситлегендә әллә йөрәк, әллә күңел сәбәләнә. Мин өндәшмәйем, Артур алға һонолоп атлаған арала ауыҙ эсенән мығырҙанып һөйләнеп килә:
— Эштәгеләрҙең кемеһе — көньяҡта, кемеһе Европала ял иткән. Минән, ҡайҙа ял иттең, тип һорағас, ҡапыл ғына, һис уйһыҙ: “Ауылда, бесән саптым...” — тинем. Өндәшмәнеләр. Уларға рәхәт, улар ҡарт, барыһы ла бар, донъялары бөтөн, төҙөк, ә беҙҙең, йәш булғас, бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Их, ҡасан ғына ҡартаябыҙ инде!
Үҙем иремдең һүҙҙәрен бүлдермәй генә тыңлап киләм, үҙемдең көлкө килә. Былтыр ғына вуз бөтөрөп өйләнешкәс, Өфөлә йәшәргә тәүәккәлләгәйнек шул.
Ауылдан әсәйем кеше аша ебәргән күстәнәсте йөкмәп, тауыҡ кетәгендәй генә торлағыбыҙға ҡайтып киләбеҙ. Картуф, ҡаймаҡ, икмәк... Артур уйлана биреберәк килде лә тағы һөйләнергә тотондо.
— Ятаҡтан бүлмә йүнләргә ине, бүлмә! Фатирҙың бер бүлмәһен генә ҡуртымға алып, күпме йәшәмәк кәрәк? Әллә... — Хәләлемдең шоморт төҫөндәге күҙҙәре ҡапыл балҡып китте лә шунда уҡ һүнеп ҡуйҙы. — ...Районға ҡайтыр инек тә, унда эш буламы һуң? Икенсенән, кеше ни әйтер? Ҡалала йәшәргә ҡулдарынан килмәй ҡайттылар, тиерҙәр...
— Беҙҙең яҡта “һыймай ҡайттылар” тип сәйнәнерҙәр ине. — Һүҙ ҡыҫтырам да тыйнаҡ ҡына көлөп ҡуям. Ирем мине ишетмәне, буғай, дауам итте.
— Әллә, Әлфиә... Себер сығып китәйемме?
Уның һүҙҙәренә аптырағандан, сараһыҙлыҡтан көләм.
— Юҡ инде, мин тыуған еремдән бер ҡайҙа ла китмәйем, мин китмәгәс, һин дә... Беҙ тыуған ерҙә эшләргә, йәшәргә тейешбеҙ.
— Тейешбеҙ... — тип үсекләй мине Артурым. — Ә тыуған ер беҙгә бер ни ҙә тейеш түгелме? Мин үҙ еремдә йәшәйем, юғары белемлемен, ниңә килмешәк кеүек йәшәргә мәжбүрмен?
— Беҙ тиң... — тип һаҡ ҡына төҙәтәм иремде. — Беҙ килмешәк кеүек йәшәргә мәжбүр.
Артурҙың усын ҡыҫа биреп ҡуям, ул, ауыр муҡсаһын беләгенә күсереп, ҡулдарымды үбә. Ары атлайбыҙ. Автобус туҡталышы янындағы буй-буй теҙелеп киткән эскәмйәләрҙә халыҡтың кемеһе гәзит уҡый, кемеһе гәп һата. Ҡапыл халыҡ ары-бире йөрөп торған ҡаҡ асфальтта ниҙер ятҡанын шәйләп, күрәш күҙҙәремде ҡыҫа бирәм. Эскәмйә янында... бер егет һуҙылып ятҡансы?! Бынау эҫенән әлһерәп ауҙымы икән әллә? Йөрәге тоттомо? Ҡурҡышымдан ауыҙымды усым менән баҫам, тауышҡа ирем әйләнеп ҡарай. Бармаҡ осо менән егеткә төртөп күрһәттем.
— Ҡара әле... — Мин егеткә ҡаршы бер аҙым яһаным, ә ирем, ҡапыл йәне көйөп, тиктомалдан туҙынып китте.
— Былай ҙа хәстәребеҙ башыбыҙҙан ашҡан! Ә беҙгә кем ярҙам итер?
Ирем ауыҙ эсенән ниҙер һөйләнә-һөйләнә алпан-толпан атлап, икенсе яҡҡа ынтылды. Беләм: иҫ киткес эскерһеҙ, күңелсәк кеше ул Артур. Кешенең күңеле сараһыҙлыҡтан ҡатҡыллана, бөтмәҫ-төкәнмәҫ проблемаларҙан... Йәнкиҫәгем дә кеше хәсрәтенә, бәләһенә һуҡыр була башланымы ни? Уф, йөрәгем... Күкрәк ситендәге йөрәк йәнә өҙгөләнде, ҡыҫып-ҡыҫып ауыртты, тамаҡҡа төйөр булып тығылды.
— Артур, ә, бәлки, уның дә әсәһе барҙыр, ул да уның өсөн борсолалыр, берәй ваҡыт ҡайтып инер тип көтәләр...
Әйтеп бөтөрмәнем, күҙҙәремә йәш эркелде. Башы һуҡҡан яҡҡа китеп барған ирем, һүҙҙәремде ишетеп, ағарынып киткән йөҙө менән ҡырт боролдо ла, бер ни әйтмәй, бер нисә секунд эсендә теге егет янына барып ҡунаҡланы, пульсын тикшерҙе, “Ашығыс ярҙам” машинаһына шылтыратты.
Ҡала шаулай, урам тулы халыҡ, барыһы ла ҡайҙалыр ашыға, саба, тәкмәс ата, абынған еренән кире тороп, йәнә алға ынтыла. Беҙ Артур менән баҫып торған ер, гүйә, ҡала тәбиғәтенән бүленеп, айырым утрауға әйләнгән. Артур бисара егеткәйҙең башын ҡалҡытырға тырыша, йәнә телефонына йәбешә, “Ашығыс ярҙам”ды йәһәтләй. Ә мин, беҙҙән башҡа бер кем дә булмағандай, илайым да илайым. Их, әсәй...
“Ашығыс ярҙам” килеп, егетте тейәп сапты. Иҫереп ауған, имеш. Беҙ, ирем менән ҡулға-ҡул тотоношоп, “Мир фирмаһы”нан аҫҡа ҡарай атлайбыҙ. Икебеҙ ҙә өндәшмәйбеҙ хәҙер. Артур миңә ҡарап-ҡарап ала. Нисектер күңел бушап ҡалды. Әллә илағанға, әллә башҡа кешенең хәстәре менән булып, онотолоп торғанға...
— Әсәйҙәргә шылтыратып алырға кәрәк, — тине ирем бер аҙҙан. Мин күндәм генә баш ҡағам.
— Әйҙә, — тип йылмаям. Артур ҙа миңә йылмайыу менән яуап бирә. Күкрәк ситендәге тынғыһыҙ йөрәк тә, бер аҙ семеткеләп торҙо ла, тигеҙерәк һуға башланы. Көтөп торһон әле хәстәрҙәр. Иртәгәгә тиклем...
Ләйлә САБИТОВА.
Өфө ҡалаһы.