“Әйҙә, тора бирһен...”14.09.2012
Мостай Кәримгә Башҡортостанда иң беренсе ҡайҙа һәйкәл ҡуйғандарын беләһегеҙме? Баш ҡатырмағыҙ, бер ниндәй ҡалала ла түгел, ә ауыл ерендә. Әй йылғаһының ҡушылдығы — Ыҡ буйында урынлашҡан Мәсетле районының үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылында. 1989 йылда була был ваҡиға.
Үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағында район ныҡлап аяҡҡа баҫҡас, мәсетлеләр большевиктар юлбашсыһы В.И. Ленинға һәйкәл төҙөргә була. Ошо маҡсатта Ленинградтың “Монумент-скульптура” заводына заказ бирәләр. Ленин бюсы артынан килгәс, улар Мостай Кәримдең мәрмәр бюсын күреп ҡала һәм, оҙаҡ уйлап тормай, хаҡын түләп, үҙҙәре менән алып ҡайта. Совет заманында кеше үҙе иҫән саҡта уға һәйкәл эшләү тыйыла ине. Мәсетлеләр ҡыйыу аҙымға бара: район үҙәгендә метр ярымлыҡ постамент ҡороп, уға Мостай Кәримдең бюсын ултыртып та ҡуялар.
Бер нисә йылдан әҙип ҡатыны Рауза ханым менән “Ҡарағай” шифаханаһына ял итергә килә. Уға әлеге һәйкәлде күрһәтәләр. Халыҡ шағиры постаментты төрлө яҡлап — алыҫтан да, яҡындан да — ҡарағас, бер мәл ҡаштарын йыйыра ла кинәт кенә йылмайып: “Әйҙә, тора бирһен!” — тип ҡулын ғына һелтәй.
Быйыл көҙ Өфөлә лә Мостай Кәримгә (картала — 1) һәйкәл төҙөләсәк. Ул Киров урамы осонда, М. Кәрим урамына яҡын ҡуйыласаҡ. Яҙыусының бронза һынын Мәскәү скульпторы Андрей Вокальчук эшләй — оҫта республика Мәҙәниәт министрлығы үткәргән ижади конкурста еңгән. Олуғ әҙипте алға ҡарап атлаусы рәүешендә һынландырасаҡтар. Авторҙар фекеренсә, уның артында үрҙән талғын ғына һыу ағып торған бассейн эсенә урынлаштырылған тотош “әҙәби” композиция буласаҡ. Ҡоролманың бейеклеге алты метрға етәсәк. Бынан тыш, скверҙы ике фонтан, сәскәләр, декоратив яҡтыртҡыстар биҙәйәсәк. Проекттың дөйөм хаҡы — 61 миллион һумдан ашыу.
Республикабыҙҙың баш ҡалаһында архитектура ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыу, төҙөкләндереү, яңыларын ҡороу йүнәлешендә эҙмә-эҙлекле эш башланды тип билдәләргә мөмкин. Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәренән тағы күренекле шәхестәр — Арыҫлан Мөбәрәковҡа (5) — Зәки Вәлиди урамында, Зәйнәб Биишеваға (2) — Октябрь проспектында, Әхмәт Лотфуллинға (4) Пушкин урамында һәйкәл ҡуйыу планлаштырылған. Быларҙан тыш, Ленин исемендәге паркта (3) 1812 йылғы Ватан һуғышының юбилейына ҡарата монументаль композиция төҙөү күҙҙә тотола.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ


Вернуться назад