Ҡунаҡ ҡаршыларға әҙербеҙме?14.09.2012
Өфө Халыҡ-ара кимәлдәге ҙур спорт сараларын ҡабул итергә әҙерләнә. Объекттарҙы төҙөкләндереү, юлдарҙы рәтләү менән бер рәттән алтаҡталарҙы башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәрендә яҙыу бурысы тора. Был йәһәттән эштең барышы менән ҡыҙыҡһынып, баш ҡала хакимиәтенең гуманитар мәсьәләләр буйынса бүлегенә шылтыраттыҡ.
— Әле эш башланып ҡына тора, — тип яуап бирҙеләр унда. — Һәр алтаҡта үҙгәртелмәй, әлбиттә. Үҙәк урамдарҙағы юл күрһәткестәрен, саралар үтергә тейешле спорт һарайҙары, майҙандары, ҡунаҡханалар, Өфөнөң йөҙөн билдәләгән башҡа биналарҙағы мәғлүмәт мотлаҡ өс телдә буласаҡ. Әле Пушкин, Туҡай, Ленин урамдарында, “Спорт” туҡталышында ошондай яҙыуҙар ҡуйылды.
Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәлә байтаҡ. Иң ауыры — өс телде лә яҡшы белгән хеҙмәткәр табыу. Эште ойоштороу өсөн махсус кеше билдәләнһә, еңелгә тура килер ине.
Өфөгә ингән урындарға килгәндә, өс телдә яҙылған юл күрһәткестәре әле бер ерҙә лә юҡ. Бының өсөн башҡа төрлө ойошмалар менән һөйләшеү алып барыла. Ҙур сараға тиклем барыһын да теүәлләйәсәкбеҙ.