Район дауаханаһы белгестәргә мохтаж Төньяҡ-көнсығыш райондарҙың социаль-иҡтисади торошон тикшереүсе махсус комиссия бынан ике йыл элек төбәктә дауалау учреждениеларының матди базаһы иҫкереүен һәм етешмәүен, белгестәргә ҙур ҡытлыҡ кисереүен, ғөмүмән, һаулыҡ һаҡлауҙа кисектергеһеҙ хәл итеүҙе көткән мәсьәләләр булыуын асыҡлағайны.
Ысынлап та, төбәктең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хәлдәр ҡыуанырлыҡ булманы. Шул иҫәптән Ҡыйғы районында ла. Ниһайәт, Хөкүмәт тарафынан 2011—2015 йылдарға республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫтереү программаһы ҡабул ителеүе боҙҙо ҡуҙғатырға ярҙам итте.
Бынан бер нисә йыл элек Ҡыйғы районының үҙәк дауаханаһы биләмәһендә яңы корпус төҙөлдө, унда хирургия, бала табыу, ашығыс медицина ярҙамы бүлексәләренең эшләй башлауы халыҡты бик һөйөндөрҙө. Бөгөн дауахананың тышҡы һәм эске йөҙө танымаҫлыҡ үҙгәрҙе. Капиталь ремонтҡа республика ҡаҙнаһынан 85 миллион һум аҡса бүленде. Өр-яңы асфальт юлдар һалынды, бүлексәләр заманса медицина ҡорамалы менән тулыландырылды. Оҙаҡламай ун биш компьютер алынасаҡ.
Халыҡ һаулығын хәстәрләүҙә ыңғай үҙгәрештәр булыуына ҡарамаҫтан, ҡыйғыларға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын яҡшыртыу өсөн башҡараһы эш етерлек. Мәҫәлән, халыҡты поликлиникалағы сират күптән борсой. Район үҙәгенән алыҫта йәшәүселәргә айырыуса ауырға тура килә, хатта ҡайһы берәүҙәр сиратты көтөп ала алмай кире ҡайтып китергә мәжбүр.
— Был мәсьәләне яҡын арала хәл итергә тырышасаҡбыҙ, — ти дауахананың баш табибы Салауат Ғайсин. — Оҙаҡламай электрон теркәү ҡорамалы ҡуясаҡбыҙ, ул саҡта сиратҡа баҫыуҙың кәрәге ҡалмаясаҡ.
Үҙәккә үткән тағы ла бер мәсьәлә хаҡында әйтергә кәрәк. Дауахана белгестәргә ҙур ҡытлыҡ кисерә. Бөгөндән невролог, отоларинголог кәрәк! Ошоға тиклем гинеколог, терапевт һәм хирургтарҙың булмауы бәкәлгә һуға. “Ауыл табибы” федераль программаһына ярашлы, йәш белгестәр бер миллион һум күләмендә аҡса менән тәьмин ителә.
Баш табип менән әңгәмәләшкән арала бүлмәгә бер егет килеп инде.
— Бына беҙҙә эшләйәсәк хирург Денис Шафиҡов, — тип ҡаршы алды уны Салауат Жәүәт улы. — Мәсетле районы егете. Үрге Ҡыйғыла төпләнеп, яңы тормош башларға уй-ниәте. Уға медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлгән йорттан фатир биреләсәк.
Йәш белгестең эштәре уң барасағына, аяҡ-ҡулының еңел буласағына бик тә өмөтләнә дауахана етәксеһе. Денистың өлгөһөнә кем эйәрер? Ҡыйғыларҙың медицина хеҙмәттәренә ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә аласаҡ, ауылдарға йәм-ҡот өҫтәйәсәк белемле, йәштәр, һеҙ ҡайҙа?
Илнур ХӘКИМЙӘНОВ.
Ҡыйғы районы.