“Һаҡалтай” байыта һәм дауалай14.09.2012
“Һаҡалтай” байыта һәм дауалайКүршеләге Өмөтбай ауылында кәзә ҡымыҙы һатылыуын ишеткәс, уны тәмләп ҡарарға һәм, оҡшаһа, һатып алырға булдым.
Ҡымыҙ етештереүсе Миләүшә Мираҫ ҡыҙы тупһанан уҡ йылмайып ҡаршы алды.
— Түрҙән уҙ, яңы ғына бешкән ҡымыҙымдан ауыҙ ит, — тине.
Үҙҙәре тураһында “Башҡортостан” гәзитенә яҙырға тип килеүемде белгәс, хужабикә оялып китте, ә ире Венер Юнир улы кәзәләрҙе ҡарап сығырға тәҡдим итте. Һарайға ингәс, ҡаршыма әллә ҡайҙан утыҙлаған “һаҡалтай” килеп сыҡты, терегөмөш кеүек теремек үҙҙәре.
— Быныһы — Вася, быныһы — Маруся, — тип Миләүшә Мираҫ ҡыҙы уларҙы һыйпап-һыйпап алды.
Кәзәләрҙе улар былтыр ғына һатып алған. Ҡымыҙ бешеп тәмләһәлә-ә-әр... Татлы, әскелтем, ҡаймаҡтай ҡуйы эсемлек шунда уҡ күңелдәренә хуш килә. Шулай итеп, Фәтҡенисламовтар шәхси эшҡыуар булып теркәлә лә, тоҡомло кәзәләр алып, ең һыҙғанып эшкә тотона.
— Күрше-тирә шатланып ала, башҡа райондарҙан килеп һораусылар ҙа бар. Кәзә ҡымыҙының сәләмәтлекте нығытыуына күптәр инанды. Литр ярым ҡымыҙҙы 150 һумдан һатып, көнөнә 1 500 һум тирәһе килем алабыҙ, — ти Миләүшә Мираҫ ҡыҙы.
Тиҙ арала ҡулға өйрәнгән кәзәләрҙе хужабикә көнөнә өс-дүрт тапҡыр һауа.
— Малҡайҙарым бер-бер артлы сиратҡа тороп һауҙыра. Бигерәк аҡыллы үҙҙәре, — тип һөйөнә ул.
Кәзә һөтө мең антибиотикты алмаштыра, ти ғалимдар. Организмға көн дә кәрәкле файҙалы матдәләр бер нисә йотом кәзә ҡымыҙында тупланған икән.
Ошо шифалы эсемлекте эсеп йәшәгәнгә лә Миләүшә Мираҫ ҡыҙы һәр эштә өлгөрҙөр, моғайын. Утыҙлаған кәзәһен ҡарауҙан тыш, иртәле-кисле “Күндерәк” колхозының һыйырҙарын һауырға ла көс-дәрт таба ул, алдынғы һауынсыларҙан һанала.
Ҡыҙҙары Гөлнара, Эльнара, Эльвира һәм улдары Илвир ата-әсәһенә ярҙамсы булып үҫә.
— Кәзәләрҙе йөҙ башҡа еткерергә уйлайбыҙ, — ти уңған ғаилә.
Алһыу ҠЫҘРАСОВА.
Стәрлебаш районы.


Вернуться назад