Һине ҡорт саҡһын!14.09.2012
Һине ҡорт саҡһын!“Оҙаҡ йәшәүселәрҙең 80 проценты — умартасы” тигән мәғлүмәт күҙгә салынғайны Интернет селтәрендә. Был шифалы балға ғына түгел, ә бал ҡортоноң ағыуына ла бәйле икән. Ҡорт сағыуының сәләмәтлек өсөн ысынлап та файҙалы булыуын иҫбатлап, Өфөләге медицина үҙәктәренең береһендә быйыл апитерапия бүлеге асылды. Бал ҡортоноң серле ҡөҙрәте тураһында ағыуҙы дарыуға әйләндереүсе табип-невролог Рәйес ИСҠУЖИН һөйләне.
— Боронғо гректар бер-береһенә сәләмәтлек теләп: “Һине ҡорт саҡһын!” — тип иҫәнләшкән, ти. Медицинала яңылыҡ булып тойолған дауалау ысулы, тимәк, күптән билдәле?
— Бал ҡорто шифалы шыйыҡса тултырылған шприц кеүек бит ул. Быны боронғолар яҡшы белгән. Мәҫәлән, быуындары зарарланған Иван Грозный фәҡәт бал ҡорто ағыуы ярҙамында һауыҡҡан. Тылсымлы ҡаяуҙың шифаһы һуңғы осорҙа ғилми яҡтан төплө өйрәнелә, медицинала йылдан-йыл киң ҡулланыла.
— Ҡорттан саҡтырыуҙы ниндәй дауалау төрө менән сағыштырыр инегеҙ?
— Ҡорт ағыуы — мең төрлө сиргә дауа. Шифаһын бер ниндәй дарыу һәм дауалау ысулы менән сағыштырырлыҡ түгел. Бал ҡортоноң ҡаяуы, беренсенән, әүҙем нөктәләргә йоғонто яһай, икенсенән, организмға файҙалы шыйыҡса ебәрә. Ағыуҙың составы бик ҡатмарлы, шуға күрә бер юлы төрлө яҡлап тәьҫир итә.
— Рәйес Зәки улы, ҡорт ағыуы менән ниндәй сирҙәрҙе еңергә мөмкин?
— Невролог булараҡ, шуға инандым: умыртҡа һөйәге, быуындар ауыртҡанда, бит мускулдары тартышҡанда ҡорттан саҡтырыу хәҙер киң таралған энә ҡаҙау терапияһынан ике-өс тапҡырға һөҙөмтәлерәк. Балалар церебраль фалижы, эпилепсия кеүек ауыр сирҙәргә ҡаршы ла уңышлы көрәшә ҡорт ағыуы. Йыш һалҡын тейҙереп ауырыусылар бал ҡорто шифаһын алғандан һуң һыуыҡҡа бирешмәй башлай, сөнки ағыу иммун системаһын нығыта. Бал ҡорто шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан арындыра, инфаркт, инсульт кисергәндәрҙең сәләмәтлеген тергеҙә. Ағыу тирегә лә ыңғай йоғонто яһай, псориаз, экзема кеүек ауырыуҙарҙы дауалай. Һуңғы йылдарҙа тәмәкегә, спиртлы эсемлектәргә, наркотиктарға бәйлелекте бөтөрөүҙә уңышлы ҡулланыла. Ғөмүмән, ҡорт ағыуының кешеләргә күрһәткән ярҙамы һанап бөткөһөҙ.
— Өйҙә ҡорттан үҙаллы сағылып дауаланырға буламы?
— Ҡорт ағыуы менән шаярырға ярамай, сөнки күптәр үҙҙәрендә уға аллергия булыуын белмәй. Апитерапевт тәүге көндә ҡаяуҙы ағыуға бирешмәгән урынға — бил тәңгәленә ҡаҙата. Һуңынан ағыу көндән-көн күберәк миҡдарҙа ебәрелә. Теге йәки был ауырыуға бәйле әүҙем нөктәләрҙең ҡайҙа урынлашыуын да белергә кәрәк. Дауаланыу мотлаҡ табип күҙәтеүендә барырға тейеш.
Н. ЙЫЛҠЫБАЕВА әңгәмәләште.


Вернуться назад