Ерҙең хужалары — үҙебеҙ!08.12.2011
Ерҙең хужалары — үҙебеҙ!Ауылдарҙа иман йорттары асылыуҙы үҙ еребеҙҙә үҙебеҙ хужа икәнде, милли һыҙаттарыбыҙға, асылыбыҙға тоғролоҡто раҫлау, тамырҙарыбыҙ ныҡлығы хаҡында оран һалыу кеүек ҡабул итәм. Шундай рух мәктәптәре күпләп ҡалҡып сыҡҡанда, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә ҙур ышаныс тыуа. Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Хәлфетдин” мәсетен асыу тантанаһы тап ошондай тәьҫораттар ялмауында үтте.
Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр райондары тоташҡан ерҙә урынлашҡан был ауылға 1844 йылда нигеҙ һалынған. Тиҙҙән 170 йыллығын билдәләйәсәк тыуған төйәгебеҙҙең исеме тарих биттәрендә лә сағыла. Мәҫәлән, Яңы Усманда 1920 йылда Башревкомдың һуңғы съезы үткән, был хаҡта Әхмәтзәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр”ендә, Әкрәм Бейештең “Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше” исемле китабында мәғлүмәттәр бар. Билдәле рәссам Ҡасим Дәүләткилдеев “Яңы Усман ауылы” тигән һүрәтендә ауылдың 30-сы йылдарҙағы күренешен — мәсет урынлашҡан урамды һынландырған. Әммә Совет осоронда был иман йортоноң манараһы емертелеп, эшмәкәрлеге туҡтап ҡала. Оҙаҡ йылдар ауылдың белем биреү усағы итеп файҙаланылған, аҙаҡ, балалар яңы мәктәпкә уҡырға күскәс, бөтөнләй етемһерәп ҡалған изге урында әле өр-яңы, мөһабәт “Хәлфетдин” мәсете ҡалҡып сығыуы аҫаба халыҡ, ситтә ғүмер итеүсе ауылдаштарыбыҙ, изге төйәгебеҙҙе яҡын күргән, яратҡан һәр кем өсөн берҙәй матур байрамға әүерелде.
— Иман йорто булған ауылда намыҫ, илһөйәрлек, дуҫлыҡ тамырҙары нығына, ғилемгә, яҡтылыҡҡа ынтылыш арта, — тине Башҡортостан мосолмандарының Ерҙең хужалары — үҙебеҙ!Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин. — Өс тиҫтәнән ашыу ауылдан торған Бөрйән районында мәсеттәрҙең йылдан-йыл күбәйә барыуы был төбәктең генә түгел, дөйөм республиканың рухи үҫешенә ҙур өлөш индерә. Өлкәндәр менән бергә йәш быуындың да асылыбыҙға ҡайтырға ынтылыуы һөйөнөслө.
Нурмөхәмәт хәҙрәт “Хәлфетдин” мәсетен төҙөгән ағалы-ҡустылы Рәйес менән Хәләф Ишморатовтарға рәхмәт белдерҙе, ауыл халҡының иман йорто тупһаһын һыуытмауын, дуҫ, татыу йәшәүен теләне.
Изге йортто һалыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән, уны асыу сараһына ла тәүгеләрҙән булып килеп еткән Бөрйән һәм Баймаҡ райондарының хакимиәт башлыҡтары Динир Әхмәтйәнов менән Илшат Ситдиҡов, Әбйәлил районының “Красная Башкирия” ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Раил Фәхрисламов, “Белорет урмансылығы” дәүләт учреждениеһы етәксеһе Арыҫлан Мырҙагилдин, ауыл халҡын тарихи көн менән тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерҙе. Республиканың төрлө төбәктәренән, юғары ойошмаларҙан килгән ҡотлау телеграммалары ла оло ҡыуанысты уртаҡ итте.
Ерҙең хужалары — үҙебеҙ!Яңы Усман ауылы халҡын үҙ еренә һөйөү, тарихҡа ихтирам, туғандары, яҡташтары яҙмышы өсөн янып йәшәү берләштерә. Башҡортостан урман сәнәғәте компанияһының директорҙар советы ағзаһы Хәләф Ишморатовтың сығышында тап ошо сифаттар сағылды. “Оло тарихҡа эйә төйәгебеҙҙе йәндәй күреп һаҡларға, ҡурсаларға, киләсәген хәстәрләргә тейешбеҙ, — тине ул. — Ауылыбыҙға нигеҙ таштары менән бергә һалынған боронғо мәсетебеҙҙең урынын тергеҙеүебеҙ ошо ниәттә башҡарылды. Ниндәй генә алға китеш булмаһын, тарихыбыҙҙы онотмайыҡ, милли асылыбыҙҙан яҙмайыҡ”.
Ағалы-ҡустылы Ишморатовтар, мәсеткә “Хәлфетдин” тип исем биреп, аталарының — Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы Хәлфетдин Мырҙағәле улының — исемен мәңгеләштерҙе. Ун һигеҙ йәшенән фронтҡа алынып, тыуған төйәгенә гвардия старшинаһы званиеһында еңеүсе булып ҡайтҡан яугир ауылдаштары күңелендә ябай, ихлас, эшһөйәр, туғандары, ерҙәштәре өсөн йән атып торған кеше булараҡ һаҡлана. Заһира Солтан ҡыҙы менән туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтереп, һәр ҡайһыһына яҡшы белем, тәрбиә биргән, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш яраларынан баҡый донъяға иртә күскән ҡаһармандың күңел йылыһынан яралған иман йорто Яңы Усман халҡын изгелеккә, яҡтылыҡҡа әйҙәр урынға әүерелде.
Байрамға берәү ҙә буш ҡул менән килмәгәйне. Сығыш яһаусылар бүләктәр менән бергә күңелдәрендә тулышҡан тәьҫораттарҙы, матур теләктәрен еткерҙе, мәсетте төҙөүселәргә ҙур рәхмәт әйтте, иман йортон һәр изге башланғысҡа фатиха биреү урыны тип күрергә теләүҙәрен белдерҙе.
— Эш барышында ярҙам күрһәткән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ, — тине мәсеткә нигеҙ һалыусы Рәйес Ишморатов. — Иман йортон төҙөү берҙәм хеҙмәт емешебеҙ булды. Дуҫтарҙың, ауылдаштарыбыҙҙың һәр яҡлап хәстәрлеген тойҙоҡ, киләсәктә лә ошолай бергә татыу йәшәргә яҙһын. Ҡыуаныстар гелән шулай уртаҡ булһын.
Рәйес Хәлфетдин улының киләсәктә иман йортоноң биләмәһен тотошлай йәшелләндереү, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарҙың иҫтәлегенә бюст ҡуйыу ниәте бар.
...Яңы Усманға ингән ерҙә, Йәштәр урамында, былтыр эшҡыуар Шәрәфулла Ҡолһарин асҡан мәсет рух мәктәбенә әйләнһә, төйәгебеҙгә нигеҙ таштары һалынған урында ла иман нуры тоҡанды. Түңәрәк бәхетле хәҙер ауылыбыҙ!
Дилбәр МӘЖИТОВА.
Бөрйән районы.


Вернуться назад