“Сабыйыбыҙ етлекмәй тыуҙы. Физик үҫеше буйынса тиҫтерҙәрен ҡасан ҡыуып етер икән?”— Ваҡытынан алда тыуған бала ултырырға, йөрөргә, һөйләшергә йәштәштәренән ай-ай ярымға һуңлабыраҡ өйрәнә. Сабыйҙы һис тә ашыҡтырырға ла, борсолорға ла кәрәкмәй — бары уға үҫергә ярҙам итегеҙ. Биләргә кәңәш итмәйем. Ҡул-аяғын хәрәкәтләндереп, бала һөйәк системаһын нығыта, мускулдар тонусын күтәрә. Бындай әүҙемлек психик үҫешкә лә ыңғай тәьҫир итә.
Уға массаж бик кәрәк. Һыуҙа йөҙҙөрөү ҙә яҡшы, был процедура мускулдар көсөргәнешен йомшартыуҙан тыш организмды сыныҡтыра ла. Сабый менән дөрөҫ шөғөлләнгәндә үҫешендә ҡатмарлыҡтар тыумаясаҡ, ә мәктәпкә барғансы бөтә йәһәттән дә йәштәштәрен ҡыуып етәсәк.
Уйынсыҡ ҡына
түгел икән... “Улыбыҙ көнө-төнө тигәндәй яратҡан уйынсығынан айырылмай. Ятҡанда ла йомшаҡ айыуын эргәһенә ала. Был хәл мине хәүефләндерә. Әгәр ҙә был ғәҙәтен мәктәпкә уҡырға төшкәс тә ташламаһа, ни эшләргә?”
— Ысынлап та, балаға ике йәш тулған осорҙа уның ниндәй ҙә булһа уйынсыҡҡа өҫтөнлөк биреп, йәбешеп ятыуы йыш күҙәтелә. Был уйынсыҡ ҡулдан төшмәй тиерлек, уның менән йоҡлай, ҡайҙа барһа ла үҙе менән йөрөтә. Күңелһеҙләнгәндә, ҡурҡҡанда йәки нимәгәлер аптырап ҡалғанда ла ошо яратҡан уйынсыҡтарын ҡосаҡлай. Сабый унда үҙенең яҡлаусыһын, ҡурсалаусыһын күрә. 6-7 йәштәргә тиклем бындай хәлдең күҙәтелеүенә борсолорға ярамай.
Психологтар әйтеүенсә, әсә балаһына күберәк иғтибар биргәндә, уның психологик яҡлауға һәм аралашыуға ихтыяжын тулыраҡ ҡәнәғәтләндергәндә, был ғәҙәтенән тиҙерәк арыныуы мөмкин.
(“Здоровье” журналынан).