“Һары алтын” — иң яҡшы биҙәнгес14.09.2012
“Һары алтын” —  иң яҡшы биҙәнгесТөҫ-баш матур булһын өсөн телевизорҙа маҡталған ҡиммәтле биҙәнгестәр, шампундәр алыу мотлаҡ түгел. Бал ҡортоноң “күстәнәсе” тире һәм сәс өсөн күпкә файҙалы.
- Йөҙөгөҙ ҡояштай балҡыһын, алланып торһон тиһәгеҙ, баллы һыу менән йыуынығыҙ.
- Бит тиреһе тиҙ майланһа, һытҡылар сыҡһа, баллы һыуға календула төнәтмәһен ҡушығыҙ. Ул шулай әҙерләнә: бер стакан ҡайнап сыҡҡан йылымыс һыуға берәр балғалаҡ бал һәм төнәтмә һалырға. Биткә көнөнә ике тапҡыр һөртөргә.
- Һытҡыларҙан шулай уҡ баллы ҡыяр һуты ҡотолдорор. Уны яһау өсөн ҡырғыстан үткәрелгән өс аш ҡалағы ҡыярға бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Һауыттың ҡапҡасын ябып, ике сәғәт тоторға. Төнәтмәне һөҙөп, бер балғалаҡ бал ҡушырға. Йыуынғандан һуң 30-40 минутҡа биткә һыларға кәрәк.
- Сәскә көс тулһын, ҡойолмаһын тиһәгеҙ, балды, коньякты (прополис төнәтмәһе лә ярай), тоҙҙо бер миҡдарҙа алып, һәйбәтләп болғатабыҙ һәм ике аҙна төнәтәбеҙ. Әҙер массаны сәсте йыуған һайын баш тиреһенә һылайбыҙ. Бер айҙан сәсегеҙҙе үҙегеҙ ҙә танымаҫһығыҙ!
- Матурлыҡ тураһында һүҙ сыҡҡас, шуны ла оноторға ярамай: тышҡы ҡиәфәт — эске ағзалар сәләмәтлегенең сағылышы ул. Дөрөҫ туҡланыу, тәмәке һәм спиртлы эсемлектәр менән мауыҡмау, витаминдар ҡабул итеү һаулығығыҙҙы нығытыр. Иң кәрәкле витаминдар иһә балда тупланған.


Вернуться назад