Эргәгеҙҙә кемдер йүткергәйне, һеҙ ҙә уға яуап итеп сөскөрә башланығыҙ түгелме? Бәй, һалҡын тейҙерергә иртәрәк бит әле, тышта көҙҙөң һулышы һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә. Тимәк, иммунитетығыҙҙы нығытыу мәле еткәндер, күрәһең.
Иммунитетты нығытыуҙа төп сара — дөрөҫ туҡланыу. Үҙебеҙҙең вирус һәм бактериялар солғанышында йәшәүебеҙҙе лә онотмайыҡ. “Агрессор”ҙарҙы еңеү өсөн иммун системаһының ныҡлы булыуы шарт. Был осраҡта организмға аҙыҡ-түлектәге файҙалы матдәләр ярҙамға килә лә инде. Берҙән-бер элементтың етешмәүе лә һаулыҡты һаҡлауҙың ҡатмарлы системаһында үҙен бик һиҙҙереүе ихтимал.
А витамины — иң көслөһө, ҡеүәтлеһе: күҙәнәктәр үҫешендә, лейкоциттарҙы барлыҡҡа килтереүҙә уға еткәне юҡ, тәнде һәм эске ҡыуышлыҡтарҙы ҡаплаған эпидермис туҡымаһын һәм лайлалы тиресәне сәләмәт тотоуҙа, зарарлы микроорганизмдарҙан арындырыуҙа төп ярҙамсы булып тора.
Өҫтәүенә ул — антиоксидант, организмда барлыҡ туҡыма һәм күҙәнәктәр өсөн кәрәкле биохимик ҡушылма ла.
А витамины һөттә, ҡаймаҡта, майҙа күп. Шулай ҙа был йәһәттән балыҡ майы береһенә лә лидерлыҡты бирмәй. Әгәр уның еҫе күңелегеҙгә ятып бөтмәй икән, бауыр һәм йомортҡа ашарға тәҡдим итәбеҙ. Йәшелсә, еләк-емеш һәм йәшел тәмләткестәр ҙә витамин сығанағы (бета-каротин) булып тора. Ҡаймаҡ йәки үҫемлек майы менән ашағанда уның ҡиммәтле А витаминына әүерелеүе мөмкин. Каротин үҙе лә организм өсөн файҙалы. Һары һәм ҡыҙғылт-һары төҫтәге йәшелсә, еләк-емеш (кишер, болгар боросо, манго, хөрмә, ҡабаҡ), шулай уҡ петрушка һәм брокколи кәбеҫтәһе ошо ҡиммәтле витаминдың бай сығанағы булып тора. Көндәлек норма — 15-30 мг (ике ҙур ғына кишер).
С витамины һалҡын тейеүҙән һаҡлай. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, ул организмда интерферон барлыҡҡа килеүенә булыша, өҫтәүенә башҡа витаминдарҙы (шул иҫәптән А һәм Е витаминдарын да) тарҡалыуҙан, юҡҡа сығыуҙан һаҡлай. Ҡыш гөлйемеш йәки лимон киҫәге һалынған сәй эсегеҙ, әфлисун йәки кәбеҫтә һутын тәмләргә онотмағыҙ.
Шуны ла иҫегеҙҙә тотоғоҙ: С витамины көйһөҙ кейәү менән бер, бешерелгән аҙыҡ-түлектә насар һаҡлана. Ҡайнатмаға ҡарағанда туңдырылған еләк-емеш файҙалыраҡ. С витаминының “чемпион”дары: һырғанаҡ, ҡара ҡарағат, йәшел болгар боросо. Картуф, кәбеҫтәлә һәм грейпфрутта ул яҡшыраҡ һаҡлана.
Иммунитетҡа ярҙам итеүсе тағы ла бер микроэлемент менән таныштырабыҙ. Цинкты киҙеү башланыуҙың тәүге билдәләре күренгәс тә ҡулланырға кәрәк. Уға диңгеҙ аҙыҡтары бик бай, айырыуса устрицалар. Аҙнаһына бер тапҡыр балыҡ ашау ҙа организмдың һаҡлағыс көсөн тейешле кимәлдә тотасаҡ. Һыйыр итендә, бауырҙа цинк байтаҡ тупланған. Кем ит ашамай, микроэлементҡа ҡытлыҡты сәтләүек, көнбағыш ашап та тулыландыра ала. Шыттырылған бойҙай салаты, борсаҡлы аш та бик файҙалы.
Йогурттың сәләмәтлекте нығытыуҙағы роле рекламала артыҡ шаштырылһа ла, дөрөҫлөк бар. Ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта, ә унһыҙ бер витамин да үҙләштерелмәй. Өҫтәүенә иммунитетты нығыта, организмда интерферондың эшләп сығарылыуына булыша, һәр төрлө ауырыуға кәртә булып тора.
Табиптар раҫлауынса, көн дә 200-300 г йогурт ашау сирләү ихтималлығын ике тапҡырға кәметә. Сифатлы йогуртта тере һөт бактериялары була, шуға күрә уны оҙаҡ һаҡлау мөмкин түгел.
Барыбыҙға ла яҡшы таныш һарымһаҡ хаҡында ла бер нисә һүҙ. Уның үҙенсәлеге еҫендә генә түгел, һәр тешендә бер нисә тиҫтә биологик әүҙем өҫтәмә бар. Фитонцидтары вирус, бактерия һәм бәшмәксәләргә ҡаршы ышаныслы ҡалҡан да.