Ете тарафтан ете хәбәр14.09.2012
Лауреаттар билдәле
Ошо көндәрҙә Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премия лауреаттары билдәләнде. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы Юнир Аҙнағолов һәм шағирә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Мәрйәм Күсмәева еңеүсе тип табылды. Премияларҙы тапшырыу Мәләүез районының Әбет ауылында үтәсәк.
Журналистика өлкәһендәге премия 2009 йылда Мәләүез район Советы тарафынан ҡәләм оҫталарын ижади әүҙемләштереү, шулай уҡ һәләтле журналист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Фәтҡулла Комиссаровтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында булдырылған. Лауреаттар Ф. Комиссаров тураһында “Дауыл булып үттем дауылдарҙа” китабын әҙерләүгә ҙур өлөш индергән.

Сибай урамында — айыу…

Таңғы сәғәт биштә ҡала урамы буйлап айыу йөрөүе тураһында хоҡуҡ һаҡлау органдарына бер водитель шылтыратып хәбәр иткән. Тиҙ арала полиция хеҙмәткәрҙәре, экологтар, ҡала хакимиәте вәкилдәре кәңәшмәгә йыйылған. Мөмкин булһа, уның ғүмерен һаҡлап ҡалырға һәм кире урманға ебәрергә тигән фекергә килгәндәр.
Айыу балаһын тоторға 20 кеше йәлеп ителгән, уларға тәжрибәле һунарсылар ҡушылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, айыу һөжүм итә башлаған һәм уны атырға тура килгән. Аҙашҡан януар йәл булһа ла, ҡала халҡы уянғансы хәлде оҙаҡҡа һуҙырға ярамағанлығы көн кеүек асыҡ була. Бер йәш самаһы булған айыу балаһының әсәһен браконьерҙар үлтергән тип фаразлай һунарсылар. Шуға ла януар аҙыҡ эҙләп ҡалаға килеп сыҡҡандыр.

“Сибайский рабочий”.

Бәйгегә рәхим итегеҙ!

21 – 22 сентябрҙә Кушнаренко ауылында “Кушнаренко таңдары” республика фольклор ижады фестиваль-конкурсының һуңғы этабы үтә. Бәйгенең һайлап алыу туры быға тиклем урында үткәрелгән.
Иң яҡшы коллектив исеме өсөн Ҡыйғы, Благовар, Ҡариҙел, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла, Саҡмағош, Дүртөйлө райондары вәкилдәре көс һынашасаҡ. Еңеүселәр биш номинацияла билдәләнәсәк.

“Авангард”.

Силәбе башҡорттары әүҙем

Силәбе өлкәһенең Башҡорттар ҡоролтайы ойошмаһы менән Башҡорт йәштәре союзы өлкәнең башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берлектә Силәбе ҡалаһының 276 йыллығына арналған VII ҡала вернисажында ҡатнашҡан.
Ҡаланың үҙәк паркында үткән сараға ҡоролтай ағзалары тирмә ҡуйған, башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен сағылдырған әйберҙәрҙән күргәҙмә ойошторолған. Башҡорт аш-һыуын тәмләп ҡарау мөмкинлеге лә булған. Башҡорт тирмәһенә Силәбе өлкәһе губернаторының урынбаҫары Игорь Мурог, Силәбе ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Давыдов, Силәбе, Ҡурған, Төмән өлкәләрендәге Башҡортостан Республикаһы вәкиле Амур Хәбибуллин килгән. Ойошма рәйесе Флүзә Ғайсина ҡунаҡтарға башҡорт мәҙәниәте, йолалары тураһында һөйләгән.

“Көньяҡ Урал панорамаһы”.
Толпарҙа янғын сыҡҡан


Ғафури районының Толпар ауылында төнгө сәғәт өстәр тирәһендә янғын башланған. Электр сымы ялғанған урында сыҡҡан ут тиҙ арала йортто ялмап алған.
Ата-әсәһенең өйөнә яҡын ғына йәшәгән улын күршеләре янғынды күреү менән саҡыра. Ир өйгә инеп ата-әсәһен алып сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 82 йәшлек атаһы ағыулы газ арҡаһында вафат булған.

Уҡыусылар хәүефһеҙлек
сараларына өйрәнде


Өфө районының Булгаков ауылы мәктәбе уҡыусылары граждандарҙы һаҡлау айлығы сиктәрендә күнекмәләр үткәргән. Тәүҙә янғын һүндереүселәр уҡыусыларҙы мәктәптән тиҙ арала сығырға өйрәтте. Тәүгә бындай сарала ирекле дружинниктар ҙа ҡатнашты.
Дәрес ваҡытында “ут” компьютерҙар класында сыҡҡан. Ваҡиға урынына беренсе булып ирекле дружинниктар килеп еткән. Улар янғын һүндереүселәргә тиклем “ҡыҙыл әтәс”те “ауыҙлыҡлаған”. “Ут” һүндерелгәс, өлкән класс уҡыусылары төрлө ярыштарҙа ҡатнашты. Бындай күнекмәләр сентябрь башында бөтөн республика буйынса үткәрелә.

“Өфө үҙәндәре”.
Ҡырмыҫҡалы ерендә мамонттар йәшәгән!
Быны Владимир Рязановтың табышы тағы бер тапҡыр иҫбатлай. Ҡабаҡ ауылында йәшәүсе ир Ағиҙел йылғаһында мамонттың 15 килограмлыҡ һуҡҡы тешен таба.
Табыштың оҙонлоғо — метр ярым. Теште сувенир эшләгәндә ҡулланалар. “Ҡара” баҙарҙа уны 50 мең һумға һатып булыр ине. Тик Владимир теште крайҙы өйрәнеү музейына тапшырырға уйлай. Ниәте — изге!
“Даирә”.
Л. НУРЕТДИНОВА әҙерләне


Вернуться назад