Һыуҙың сифаты талапҡа яуап бирмәй14.09.2012
Краснокама районының Яңы Суғанаҡ ауылы халҡы, эсәр һыуҙың сифатына зарланып, урындағы власҡа мөрәжәғәт иткәйне. Ғәйепте тәү сиратта нефтселәргә япһарҙылар, был хаҡта урындағы матбуғатта ла яҙып сыҡтылар. Әммә республика прокуратураһы үткәргән тикшереү дәғүәләрҙең нигеҙһеҙ булыуын раҫланы.
Яңы Суғанаҡ ауылындағы шишмә һыуының гигиена талаптарына яуап бирмәүе, микробиологик күрһәткестәрҙең түбәнлеге, бактерияларҙың күплеге асыҡланды. Халыҡтың шәхси ҡоҙоҡтарындағы һыу сифаты ла шәптән түгел. Тоноҡлоғо, кислоталар, марганец миҡдары буйынса талаптарға тап килмәй. Тимәк, сәләмәтлеккә зыян килтереүе ихтимал.
Һыуҙың бысраныу сәбәбе нимәлә? Анализдарҙан күренеүенсә, һыуҙа ошо предприятиелар өсөн хас булған бысратыусы матдәләр асыҡланмаған.
Халыҡтың бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеүенә ҡарамаҫтан, урындағы хакимиәт халыҡты сифатлы һыу менән тәьмин итеү йәһәтенән бер ниндәй ҙә сара күрмәгән. Ошоға бәйле прокуратура Ҡарый ауыл Советына Яңы Суғанаҡ халҡын сифатлы һыу менән тәьмин итеү эшен финанслау бурысын йөкмәтеү тураһында судҡа ғариза менән мөрәжәғәт итте. Әле ғариза ҡарала.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад