Өфөнөң төньяғында сәнәғәт предприятиелары тығыҙ урынлашҡан. Был тирәлә йәшәгәндәр һауаның насарлығына йыш зарлана. Ошо көндәрҙә бының сәбәбен Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән прокуратура хеҙмәткәрҙәренең берлектәге
рейды тикшерҙе.
Барлығы 42 предприятиеның эшмәкәрлеге ҡаралды. Шуларҙың 17-һе атмосфераны зарарлы матдәләр менән ныҡ бысрата. Асыҡланған етешһеҙлектәрҙең һигеҙ осрағы буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырыу хаҡында протокол төҙөлдө, ә бишеһенә тикшереү эше ҡуҙғатылды…
Йәнә биш предприятиеның эшмәкәрлеге буйынса Өфөнөң Орджоникидзе районы прокуратураһы тарафынан етди саралар күреләсәк. Ҡайһы берҙәренең эшмәкәрлеге туҡталыуы ла ихтимал.
Шулай уҡ “Башнефть” акционерҙар компанияһы тәҡдиме буйынса Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә Өфөлә һауаның бысраныу сәбәптәре хаҡында кәңәшмә үткәрелде. Унда атмосфераны бысратыусы матдәләрҙе күҙәтеүҙе көсәйтеү буйынса ойошмаға аныҡ саралар тәҡдим ителде. Мәҫәлән, предприятиеның санитар зонаһында һауаның таҙалығы буйынса тиҙ мәғлүмәт биреү, граждандарҙың ялыуы һәм мөрәжәғәте буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырыу зарурлығы хаҡында әйтелде. Әле “Башнефть” объекттарында мөһим сығанаҡтарға автоматлаштырылған күҙәтеү системалары урынлаштырыу йәһәтенән һөйләшеү алып барыла.
— Әлбиттә, бындай тикшереүҙәр үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ. Әммә бының өсөн етештереү предприятиеларын заманса ҡорамалдар менән яңыртыу кәрәклеген дә онотмау зарур.Тап шул саҡта ғына эшебеҙҙең һөҙөмтәлелеген күрә аласаҡбыҙ, — тине Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәткәре Нина Никандрова.
И. ҒАФУРОВ.