Үҙен Шекспирҙан да кәм тоймаған берәү театрға килә.
— Бына, кисә тиҙ генә бер шәп әйбер яҙып ташланым әле, — ти ул ҡәнәғәт ҡиәфәттә режиссерға. — Театрҙа бындай ҙа яҡшы әҫәрҙең булғаны ла юҡ. Быны ҡуйһағыҙ, халыҡ спектаклгә эркелешеп йөрөйәсәк, мин әйтте тиерһегеҙ.
Режиссер пьесаны уҡып ҡарай ҙа былай ти:
— Һеҙгә пьесаны уның геройы аҫылынып түгел, ә атылып үлгән тип төҙәтеү кәрәк, минеңсә.
— Ни өсөн?
— Сөнки мылтыҡ тауышына залдағы тамашасылар ҙа уянасаҡ.
БөйөклөкТолстой Шекспирҙы яратмаған, мин дә Шекспирҙы уҡымайым.
Чехов тәнҡитселәрҙе өнәмәгән, минең дә тәнҡитселәрҙе йәнем һөймәй.
Пушкин ауылда йәшәргә яратҡан. Мин дә ауылды үҙ итәм.
Байрон сатанлабыраҡ йөрөгән. Мин дә сайҡалыбыраҡ атлайым.
Уэльс тәпәш буйлы булған. Мин дә әллә ни оҙон түгелмен.
Бальзак кофе эсергә яратҡан, мин дә һемерәм генә.
Айвазовский диңгеҙгә ғашиҡ булған. Мин дә йыл һайын диңгеҙ буйына бармай ҡалмайым.
Шаляпиндың тауышы бик көслө булған. Минең тауышты ла ҡолаҡ тондорғос, тиҙәр.
Сименон төрөпкә тарта. Мин дә бары тик төрөпкә тартам.
Бына ошо тап килеүҙәрҙән һуң мине бөйөк тимәгән кешене йәне юҡтыр тип уйлайым.
“Гәзит килтереп кит әле”Редакция бүлмәһендә телефон зыңғырланы. Сымдың теге башында университет профессоры ине. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ул ни хәжәттән шылтыратыуын әйтте.
— Тиҙҙән юбилейым бит әле. Минең турала берәй нәмә яҙырға уйлайһығыҙҙыр ул? Халҡым алдындағы хеҙмәтемде үҙегеҙ беләһегеҙ, тотош ғүмерем рухи ҡомартҡыларыбыҙҙы барлау менән үтте, ал-ял белмәй эшләнем.
— Эйе, эйе, ағай.
— Улайһа, ҡустым минең кафедраға үҙең генә килеп китһәңсе. Һис кенә лә бушамайым.
Ваҡыт яғы ҡыҫынҡы булһа ла, Айнур мәҡәләне ваҡытында өлгөрттө. Юбилярҙың тап тыуған көнөндә баҫылды ул.
Бер нисә көндән теге профессор йәнә шылтыратты.
— Ҡустым, минең турала яҙған мәҡәләң баҫылдымы-юҡмы?
— Сыҡты ағай, сыҡты.
— Әтеү миңә берәй 15 – 20 дана гәзит килтереп кит әле.
И. ХАҠОВ.