Нур бөркөлә йөҙөнән13.09.2012
Нур бөркөлә йөҙөнәнДонъяла шундай кешеләр бар, үҙҙәренең һөйкөмлөлөгө, арыу-талыуҙы белмәүе һәм тормошто яратыуы менән үҙенә тарталар. Уларҙа башҡаларҙы ла әсир иткән көс һиҙелә. Илеш районының Һеңрән ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Флира Хәниф ҡыҙы Камалова — нәҡ шундайҙарҙан.
Һоҡланғыс тәбиғәт ҡуйынына һыйынып ултырған Яңы Тормош ауылында донъяға килә ул. Бәләкәйҙән моңло тауышы, дәртле бейеүҙәре менән кешеләрҙе әсир итә. Бының серен әллә ҡайҙан эҙләйһе юҡ. Колхозда эшләгән атаһы Хәниф Муллағәли улы йырларға, өҙҙөрөп гармунда уйнарға яратҡан. Атаһынан күскән һәләт буйынса ҡыҙ мәктәп йылдарында уҡ ауыл мәҙәниәт йортондағы һәр сараны матур йырҙары, бейеүҙәре менән биҙәй, концерттарҙа яҡташтарының данын яҡлай. Ҡаҙыр урта мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә. Белем алыуға бар көсөн, тырышлығын һала ҡыҙ.
1986 йылда уҡыуын бөтөрөп, тыуған яғына эшкә ҡайта. Ә бында йәш белгескә ныҡлы ышаныс бағлайҙар — Һеңрән ауылына мәҙәниәт йорто мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Флира Хәниф ҡыҙы бына егерме биш йыл инде ошо яуаплы, тынғыһыҙ эштә.
Ул ихласлығы, үҙ эшенә ғашиҡ булыуы менән халыҡ күңелен бик тиҙ яулай. Тамашасыға ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс кисәләр, конкурстар әҙерләй, халыҡтың рухи байлығын арттырыуға ҙур өлөш индерә. Флира Камалованың хеҙмәте һәр кем менән уртаҡ тел табып эшләүгә бәйле. Ул һәр нәмәне төптән уйлап башҡара. Флира Хәниф ҡыҙы балаларҙы, йәштәрҙе, оло йәштәгеләрҙе ижад, сәхнә тормошона йәлеп итеүгә күп көс һала. “Шәжәрә”, “Науруз”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Һабантуй” байрамдары, төрлө темаға бағышланған концерттар һәм башҡа саралар юғары кимәлдә үтә. Уның етәкселегендәге “Сулпан” балалар вокаль ансамбле, “Былбыл” фольклор ансамбле, “Халыҡ ынйылары” балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар бейеү коллективтары һәр ваҡыт уңышлы сығыш яһай. Районда уҙған төрлө конкурстарҙа ла йыш ҡатнашалар.
Флира элегерәк ата-әсәләр комитеты рәйесе булып эшләне. Бөгөн — Ҡаҙыр ауыл Советы депутаты. Ауыл Советы ултырыштарында эшлекле тәҡдимдәр индерә, йөкмәтелгән бурыстарҙы теүәл үтәргә тырыша, экологик өмәләрҙе башлап йөрөй, һайлаусыларының шәхси һорауҙарын да иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
Флира Камалова бар ҡатын-ҡыҙҙар кеүек гөл, сәскә үҫтерергә ярата. 30-ҙан ашыу бүлмә гөлө уның йортон биҙәй.
— Гөлдәр бит тере йән эйәһе кеүек, һөйөү, наҙ, тәрбиә талап итә. Береһе һыу яратһа, икенсеһенә яҡтылыҡ кәрәк, өсөнсөһөнә юғары температура ярамай. Һәр береһенең үҙ “холҡо” инде. Матурлыҡты күрә, тоя белергә кәрәк, мин улар менән һөйләшәм, серләшәм. Гөл тәрбиәләп, күңелемә тыныслыҡ, илһам алам, — ти Флира Хәниф ҡыҙы.
Ул — һәр кемгә өлгө булырҙай ханым. Өлгөр, етеҙ, киң күңелле, асыҡ йөҙлө. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, кешеләргә ышанысын юғалтмай сәмләнеп йәшәй ул.
Лира ГӘРӘЕВА.
Илеш районы.


Вернуться назад