Данлы исеме онотолмаған13.09.2012
Шөкөр, хәҙер күптәр, нәҫел ептәрен тағатып, шәжәрәһен төҙөй, тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә туған-тыумасаһы барлығын асыҡлай. Араларында халҡыбыҙҙың данын күтәргән күренекле шәхестәр булһа, улар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Бындай хис-тойғоно юҡ-юҡ та мин дә кисерәм. Әле айырыуса хөрмәт менән өләсәйемдең (атайымдың әсәһе) Сәмиғә Үтәеваның бер туған ҡустыһы Зәбихулла Исҡужин тураһында һөйләмәксемен. Ул — республикабыҙҙың тәүге ғалимдарының береһе, тыуыуына 100 йыл тулды.
Йылайыр районында Мәҡсүт тигән бәләкәй генә ауыл бар. Ул ғәжәп матур тәбиғәт ҡосағында — Йылайыр йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауыл ҙур булмаһа ла, эшсән улдары һәм ҡыҙҙары, үҙенсәлекле, фәһемле яҙмышлы кешеләре байтаҡ. Зәбихулла Исҡужин — шуларҙың береһе.
Ул 1911 йылда ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Йәшләй генә атайһыҙ ҡала. Ун йәшендә Йылайырҙағы балалар йортона урынлаштырыла, унан В.И. Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ балалар йортона ебәрелә. Уҡырға һәләтле, тырыш егетте егерменсе йылдар аҙағында Ырымбур халыҡ мәғарифы институтына (Каруанһарайҙағы педтехникумға) тәҡдим итәләр. Бында Зәбихулла комсомол сафына инә, әҙәбиәт менән мауыға. Артабан ул, техникумды бик яҡшы тамамлаусыларҙың береһе булараҡ, Ҡазан уҡытыусылар институты студенты булып китә. Ғилми-тикшеренеү эшенә һәләтле булыуы асыҡланғас, уны институттан һуң Ҡазан университеты аспирантураһына ҡабул итәләр.
Аспирантурала бергә уҡыған филология фәндәре кандидаты, яҙыусы Афзал Ҡудашевтың хәтерләүҙәренә ҡарағанда, Зәбихулла үҙен камиллаштырыу буйынса ныҡышмалы эшләй, башҡорт һәм татар әҙәбиәте буйынса тәнҡит мәҡәләләре яҙа. Утыҙынсы йылдар башында республиканың “Октябрь” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналында донъя күргән бер нисә мәҡәләһе татар поэзияһы классигы Һаҙи Таҡташтың ижады, күренекле прозаик Мирсәй Әмириҙең “Ағиҙел” повесы тураһында ине. Йәш ғалим яҡташтарының ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйыу һәм өйрәнеү менән дә шөғөлләнгән. Шәйехзада Бабичтың шиғри мираҫының тулы йыйынтығын баҫып сығарыуға әҙерләгән.
Йәмле Йылайыр буйында тыуып үҫкән Зәбихулла Исҡужин оҫта ҡурайсы һәм йырсы ла булған, башҡорт халыҡ йырҙарын, көйҙәрен бик һәйбәт башҡарған. Замандаштарының һөйләүенә ҡарағанда, уның Ҡазан сәхнәләрендәге сығышын һәр саҡ дәррәү ҡаршы алғандар. Ул 1936 йылда филология фәндәре кандидаты — төрки телдәре белгесе тигән дәрәжәгә диссертация яҡлай, тик, үкенескә ҡаршы, шул йылдың 18 ноябрендә мәрхүм була. Яҡташыбыҙға ни бары 25 йәш ине...
Ауылда “Туғанығыҙҙы ерләргә килегеҙ...” тигән көтөлмәгән, шаҡ ҡатырлыҡ ҡайғылы хәбәр алғас, өлкән ағаһы Рәхимйән Исҡужин юлға сыға. Йөрөп ҡайта ул. Әммә һүҙгә һаран, алдын-артын ҡарап һөйләшкән Рәхимйәндән үлем сәбәбен асыҡлай алмайҙар. “Ауырыған да үлгән...” тип әйтеүҙән башҡа артыҡ һүҙ әйтмәй. Эйе, ул йылдарҙа, бәләгә тарымаҫ өсөн үлсәп кенә һөйләргә кәрәк ине шул. Етмәһә, уға, төпсөнөп йөрөмә, имен саҡта табаныңды ялтырат, юғиһә һин үҙең дә ҡустың хәленә ҡалырһың, тип әйткәндәр, имеш.
Мәҡсүттә Зәбихулла Исҡужинды тәүге комсомолец, ауылдан сыҡҡан беренсе ғалим булараҡ, хөрмәтләп иҫкә алалар. Заманында башланғыс мәктәпкә уның исеме бирелде. Бала саҡ һәм йәшлек дуҫы Сафиулла Бикбулатов бына нимәләр һөйләп ҡалдырған:
“Зәбих Ырымбурҙа уҡыған сағында йәй һайын ауылға ҡайта торғайны. Беҙ, ауыл йәштәре, уны һәр саҡ түҙемһеҙлек менән көтөп ала инек. Уның ҡурайҙа уйнауын, йырлауын тыңлайбыҙ, отоп алып ҡайтҡан йырҙарын күмәкләп өйрәнәбеҙ. Зәбихтән беҙ ил тормошондағы бөтөн яңылыҡтарҙы белеп торҙоҡ. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, уның йәштәр генә түгел, өлкәндәр араһында ла абруйы ҙур ине.
Шулай бер саҡ ул беҙҙе уҡыу өйөнә саҡырып алды ла комсомолдар тураһында һөйләне, ошоға тиклем союзға инмәгәнебеҙ өсөн “ҡыҙартып” та алды һәм урындағы ячейка ойошторорға кәңәш бирҙе. Үҙе Йылайырға комсомол ойошмаһына барып ҡайтты ла йәштәрҙе йыйҙы. Комсомолға инергә теләүселәр байтаҡ ине. Йыйылышта мине ячейка секретары итеп һайланылар. Беҙ ҡанатланғандай булдыҡ, һәүәҫкәр сәнғәтте йәйелдереп ебәрҙек, концерттар, спектаклдәр ҡуйҙыҡ. Уларҙа Зәбих үҙе лә ихлас ҡатнашты: йырланы, бейене, ҡурайҙа уйнаны. Йыш ҡына ауыл халҡы алдында доклад менән сығыш яһар ине.
Колхоз ойошторолғас, комсомол өмәләре үткәрҙек, уларға союздан тыш йәштәрҙе лә йәлеп иттек. Тиҙҙән наҙанлыҡты бөтөрөү мәктәбе ойошторолдо. 1932 йылда башланғыс мәктәп асылды. Зәбих тәүге уҡытыусыбыҙ Ғәзиз Ғафаров менән дә бик дуҫ ине, комсомол ойошмаһы ауылда совет власы һәм колхоздың ышаныслы терәгенә әүерелде”.
Зәбихулланың ағаһы Хәмиҙулланың улы Хөсәйен Исҡужин заманында тәжрибәле уҡытыусы, оҫта журналист булды, Йылайыр гәзитендә баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм инде). “Совет Башҡортостаны” гәзитендә баҫылған (1991 йыл, 10 август) “Төйәгемдең яҡты йондоҙҙары” тигән мәҡәләһендә ике туған ағаһы тураһында ла яҙа (әйткәндәй, ул бөгөнгәсә йәшәп килгән “Көн һайын ошо урында...” рубрикаһында баҫылған). Мәҡәләнән бер нисә өҙөк килтерәм:
“...Ҡазан дәүләт университеты аспирантының йәйге айҙарҙа ялға ҡайтыуы кескәй ауылдың йәш-елкенсәге өсөн ҙур байрамға әйләнә ине. Колхозды ойошторған Рәхимйән менән Хәмиҙулла ағайҙары өлтөрәп тора.
— Тиҙҙән Зәбихулла ҡайта, ниндәй яңы йырҙар, бейеүҙәр өйрәтер икән беҙгә, ниндәй спектакль әҙерләйек? — тип серләшә ине ҡыҙҙар. Зифа буйлы, зәңгәр күҙле был егеткә ауылдың барлыҡ ҡыҙҙары ғашиҡ ине.
...Ҡазан. Боронғо ҡала, моңло ҡала, дәртле ҡала. Һин күп серҙе беләһең. Ни булған һуң кескәй башҡорт ауылынан сыҡҡан ҡурайсы һәм йырсы, күкрәгенән дәрт урғылып торған йәш ғалим егеткә? Кем уның юлына арҡыры сыҡҡан? Кемдәргә хуш килмәгән? Һиндә ҡалған бит саф мөхәббәте Сара һәм һөйөклө ҡыҙы Алһыу. Ҡайҙа улар хәҙер? Ғилми хеҙмәттәрең, көндәлектәрең, хаттарың, шиғырҙар йыйынтығың беҙгә килеп етмәне.
Бәлки, улар менән ҡыҙыҡһыныусы табылыр?
Дуҫтарыңдың береһенә һин: “Иң ауыр көрәш алда әле”, — тип әйткәнһең. Был һүҙҙәр нимәне аңлата ине? Бөгөн ул дуҫтарың да юҡ. Ағайҙарың да фронтта ятып ҡалды. Уй-хыялдарың киләсәккә ҙур ине, Шәйехзада Бабич ижадына, уның ҡыҫҡа һәм гүзәл тормош юлына ғашиҡ инең бит. Хатта өлкән ағайым Рәхимйәндең улына Шәйехзада тип исем ҡуштырғанһың (хәҙер уны Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылында йәшәгән 80 йәшлек абруйлы ветеран Зада Рәхимйән улы Исҡужин тип беләләр. — Автор)”.
Хөсәйен Исҡужиндың Йылайыр районы гәзитендә баҫылған “Тәүге башҡорт ғалимдарының береһе” тигән мәҡәләһе лә (“Ауыл уттары”, 2002 йыл, 22 июнь) иғтибарға лайыҡ. Унда шундай юлдар бар: “Мәҡсүт ауылы зыяратының көнсығыш мөйөшөндә бер нисә шыршы үҫә. Ҡәберҙең өҫтөнә мәрмәр һәйкәл ҡуйылған. Унда латин хәрефтәре менән яҙылған түбәндәге һүҙҙәрҙе уҡырға була: “...Ҡәҙерле әсәйемә — кинйә улынан. Ҡазан ҡалаһы”. Артабан бер нисә юлдан торған йыр ҙа яҙылған:
“Кәртәм аҫҡайҙары эй, һай йылға,
Аҙайып та ҡалған бал кеүек.
Кинйә улым минең китеп барҙы,
Закладтарға һалған мал кеүек...”
Был — сит ерҙә йөрөгән улын һағынып йырлаған әсәнең, ябай ауыл ҡатынының һүҙҙәре. Кинйә ул, үҙ сиратында, әсәһенә заманына күрә бик ҙур хөрмәт күрһәтә. Ҡазан дәүләт университетының аспирантураһында уҡып йөрөгәндә, ул әсәһе иҫтәлегенә ошо һәйкәлде алып ҡайтып ҡуя.
...Йәш ғалим яратҡан эшендә генә түгел, ғөмүмән, күп яҡтан һәләтле кеше икәнлеген күрһәтә алған. Әҙәбиәт ғилеме менән шөғөлләнеп, тәнҡит мәҡәләләре генә яҙып ҡалмай, дипломатик йәһәттән дә эшкә әҙерләнә. Башҡортостан Хөкүмәтенә ғәрәп һәм төрки телле илдәрҙә эшләү өсөн дипломаттар әҙерләү бурысы ла ҡуйылғайны. Шуға күрә ҡайһы бер хаттарын әсәһенә, Рәхимйән һәм Хәмиҙулла ағаларына ғәрәпсә яҙа.
Тыуған ауылына кескәй ҡыҙы менән бергәләп ҡайтҡанында оҙаҡ ҡына ял итә. Әммә, кәйефенең бик тиҙ үҙгәреүенә ҡарап, уны ниндәйҙер ауыр уйҙар борсоғанын аңларға була ине. 1934 йылда әсәһенең ҡапыл вафат булыуы ла Зәбихуллаға ныҡ тәьҫир итә.
Үкенесле, Зәбихулла Исҡужиндың ижади ҡомартҡыларын йыйыусы кеше лә булмаған. Байтағы һаҡһыҙлыҡ арҡаһында юғалып ҡалған”.
Тәүге телсе ғалимдарҙың береһе менән бер мәл Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев та ҡыҙыҡһынған. Ул 1990 йылда Йылайыр ерендә уҙғарылған Бабич көндәренән һуң тыуған уй-тәьҫораттары тураһында “Совет Башҡортостаны” гәзитендә (17, 18 август һандарында) “Бабич байрамы” тигән мәҡәләһен баҫтыра. Унда бына нимәләр яҙа:
“...Бабич көндәрендәге тәүге осрашыу Мәҡсүт ауылында үтте. Ауылдың ололары бында 1914 йылдың йәйендә Шәйехзаданың килгәнлеге, урманда күмер яндырып ятыусылар араһында булғанлығы хаҡында һөйләне. ...Күмерселәр янында булған шағир былай тип әйтеп киткән тиҙәр:
Күмерен дә үртәй,
Ғүмерен дә үртәй.
Әле егермеһе лә тулмаған егет, ғәзиз халҡының үртәләнгән яҙмышын уйлап, үҙе лә шулай янған-үртәлгән бит.
Шағир исеменә ошо бәләкәй генә Мәҡсүт ауылының тағы ла ҡыҙыҡлы мөнәсәбәте, туранан-тура бәйләнеше бар. Бабич ижадын тәү башлап махсус өйрәнгән башҡорт ғалимы Зәбих Исҡужин ошо ауылда тыуып үҫкән. Утыҙынсы йылдарҙа Ҡазанда аспирантурала уҡығанда, ул Бабич әҫәрҙәренең тупланмаһын, уның хаҡында үҙенең ғилми хеҙмәтен дә әҙерләгән. Ҡурайсы ла, йырсы ла, бейеүсе лә булған был һәләтле кеше 1936 йылдың көҙөндә ни бары егерме биш йәшендә Ҡазан ҡалаһында тифтән вафат булып ҡалған. 1958 йылда Бабичтың татарса сыҡҡан китабындағы аңлатмаларҙа Зәбих Исҡужиндың архивына һылтанмалар бар. Тимәк, ул туплаған материал һаҡланып ҡалған тигән һүҙ. Әммә етмешенсе йылдарҙа, Бабич ижадын өйрәнгән сағымда, мин Ҡазанға махсус барып, ошо архив менән танышырға тырышып ҡараһам да теләгем тормошҡа ашманы. Ғөмүмән, был ғалимдың мираҫын ентекләп барлайһы бар. Заманалар үҙгәрә бит, бәлки, уның мираҫына ла юл гел генә бикле булмаҫ, тигән өмөт бар.
Зәбихулла Исҡужиндың үлеме тураһында туғандарына аныҡ ҡына әйтмәүҙәре, уның архивының ябыҡ булыуы ла ниндәйҙер шик-шөбһә тыуҙыра. Хәҙер, бәлки, Рауил Бикбаев әйткәнсә, йәш ғалимдың архивы асыҡтыр һәм унда Исҡужиндың Бабич хаҡында башҡа ғилми хеҙмәттәре менән танышырға, тормошоноң һуңғы мәлен асыҡларға мөмкинлек барҙыр? Был мәсьәлә менән Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты йә булмаһа әҙәбиәт ғилеме менән шөғөлләнгән ғалимдар ҡыҙыҡһынмаҫмы икән?
Рәшит ҮТӘЕВ.
Баймаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад