Башҡортса баҫмалар юҡ13.09.2012
“Башҡортостан”ды элек-электән уҡыйым. Республика клиник дауаханаһында ятҡанда яратҡан гәзитемде юҡһынып бер булдым. Бында диагностика корпусында матбуғат баҫмалары һатылған урын бар, тик нисә барһам да, башҡорт телендә бер генә гәзит-журнал да ала алманым.
Һатыусынан ошо хаҡта белешкәс, ул:
– Мин заказ бирмәйем, улар үҙҙәре килтерә, – тине.
Эргәләге Минһажев урамындағы киоскта ла башҡортса баҫмалар табылманы. Дауаханала минән башҡа ла үҙебеҙҙең телдәге гәзитте эҙләүселәр байтаҡ ине. Шуға ла улым “Башҡортостан”ды палатаға килтереп йөрөнө. Минән бүтәндәр ҙә алып уҡыны. Ысынлап та, дауаханала республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан килгән сирлеләр, медицина хеҙмәткәрҙәре араһында ла башҡорттар бик күп бит!
Баш ҡалалағы иң ҙурҙарҙан һаналған 21-се һәм 22-се дауаханаларҙа ла ошондай уҡ хәл күҙәтелә.
Һүҙ юҡ: дауаханала алтын ҡуллы, кеселекле табиптар, шәфҡәт туташтары эшләй. Яратҡан гәзитеңде уҡып барыу – үҙе лә дауа бит!
Флүрә ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад