Рамаҙан айында ураҙа тотоу — бәлиғ булған, ауырымаған мосолманға фарыз ғәмәл. Сорғот ҡалаһындағы дини ҡәрҙәштәребеҙ ҙә изге айҙың һәр көнөн ураҙа тотоп, кистәрен тәүәрих намаҙын уҡып уҙғарҙы.
Мәҙрәсәләге һабаҡташтарыбыҙ менән ҡөрьән ашына саҡырышыу, кистәрен бергә намаҙ уҡыу мосолман халҡын тағы ла нығыраҡ берләштерҙе. Ауыҙ асырға бәләкәй балаларҙың, йәштәрҙең өләсәләренә эйәреп килеүе, хәҙистәр тыңлауы ла матур күренеш булды. Намаҙҙан һуң ҡатын-ҡыҙҙы, балаларҙы автобуста өйҙәренә алып барыу ойошторолдо.
Ураҙа байрамында ҡаланың ике мәсете лә халыҡ менән тулды, эскә инә алмағандар урамда намаҙлыҡ йәйеп ғибәҙәт ҡылды.
Рәхилә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Ханты-Манси автономиялы округы.