“Металл уғрыларын кем йүгәнләр?”13.09.2012
Бәләбәй районының Приют ҡасабаһынан Г. Килмөхәмәтов ҡайһы бер әҙәмдәрҙең баҡсалағы тимерҙән эшләнгән әйберҙәрҙе урлауы тураһында (15 июнь, №116) зарланып яҙғайны.
Бәләбәй районы хакимиәтенең беренсе урынбаҫары И. Бәҙретдинов беҙгә ошондай яуап ебәрҙе: “Был мәсьәлә буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә етди һөйләшеү булды. Баҡсаларҙа һаҡ, патруль саралары көсәйтелде, тимер-томор ҡабул итеү пункттары етәкселәренә иҫкәрмә яһалды”.