“Лагерҙа ял итеп булманы”13.09.2012
Ишембай районының Иҫәкәй мәктәбендә ошоғаса эшләп килгән йәйге лагерҙың быйыл эшләмәүе хаҡында беҙгә (8 июнь, № 101) балаларҙың ата-әсәләре исеменән Сәлимә Лоҡманова менән Ғунар Ғималетдинов борсолоп яҙғайны.

Йәйге каникул тамамланып, яңы уҡыу йылы башланһа ла, хатҡа яуапты ошо көндәрҙә генә алдыҡ. Ишембай районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире Р. Ибәтуллин хәбәр итеүенсә, 1974 йылда төҙөлгән белем усағы санитар талаптарға яуап бирмәй, эсәр һыу юҡ. Шул сәбәпле унда лагерь асыу ҡәтғи тыйылған. Әммә балаларға “Йәйғор” муниципаль лагерында ял итеү, һаулығын нығытыу форсаты бирелгән.


Вернуться назад