Трактор эшләгән Салауат13.09.2012
Арҡауылда халыҡ етеш йәшәй, сөнки эш урындары ла, йәшәү өсөн мөмкинлектәр ҙә бар. Күпләп мал, ҡош-ҡорт үрсетеп, баҡса үҫтереп көн күреүселәргә лә бында отошло. Улар үҙ хужалығында етештергән тауарын халыҡҡа һатып, ҡулаҡсаға әйләндерә.
Филүзә менән Салауат Низаметдиновтар ҙа ғаиләне матди яҡтан шулай тәьмин итә. Һигеҙ баш һыйыр малы аҫрайҙар, 200-ләп ҡаҙ үҫтереп, файҙаһын күрәләр. Йыл һайын 50-ләп күркә баҫтырып сығаралар. Хужалар әйтеүенсә, был ҡош яҡшы үрсемле һәм уны аҫрауы ла күпкә отошло. Низаметдиновтар, шәхси крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, райондың халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша 117 мең һум субсидия алыуға өлгәшә. Ғаилә күптән хыялланған магазинын да асып ебәрә. Улар унда үҙҙәре етештергән ит, һөт кеүек аҙыҡ-түлек һата.
Салауат Сулпан улы — 1986–1989 йылдарҙа Афған һуғышын үткән яугир-интернационалист. Ул артиллерия полкында өлкән сержант дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Яугирҙең “За боевые заслуги” миҙалы ла бар. Әрменән ҡайтҡас, колхозда шофер, идарасы булып эшләй. Аҙаҡ шәхси хужалығын ишәйтергә тотона. Ул Арҡауылда бөтөн уңайлыҡтары булған хан һарайындай йорт та һалған. Салауат ағайҙың үҙ хужалығы булғас, әлбиттә, техникаһы ла кәрәк. Ул бер ҙә кредит, лизингка трактор алмаған. Үҙенең оҫта ҡулдары менән иҫке машиналарҙан төрлөһөн йыйып ултыртҡан. Йүнсел хужа бесән саба, кәбән ҡоя торған, шулай уҡ “вездеход” тракторҙарҙы, уларға арбаны үҙ фантазияһын эшкә егеп яһаған. “Техника булғас, мал-тыуарға ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләүе еңел”, — ти Салауат Низаметдинов.
Айҙар НОҒОМАНОВ.
Салауат районы.


Вернуться назад