Һәр дәресе —яңы асыш13.09.2012
Сәлиә Солтанова 1973 йылдан бирле Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар урта мәктәбендә балаларға математика фәненән белем бирә. Районда абруй ҡаҙанған юғары категориялы уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы. Ундайҙар хаҡында “уҡытыусы булып тыуған” тиҙәр.
Сәлиә Солтан ҡыҙының һәр дәресе — яңы асыш. “Аҡыл гимнастикаһы — математиканы яҡшы белеү, ниндәй генә һөнәр һайлаһағыҙ ҙа зирәк, яҡшы хәтерле булырға, хатта тормошоғоҙҙо алдан иҫәпләп ҡорорға ярҙам итер”, — ти ул уҡыусыларына. Ата-әсәләрҙең балаларын тап Сәлиә Солтан ҡыҙы уҡытҡан класҡа бирергә тырышыуына аптырарға түгел — математиканы тәрән белгән балалар башҡа фәндәрҙән дә яҡшыға өлгәшә.
Араларында һандар донъяһына мәңгелеккә ғашиҡ булып, математиканы һөнәр итеп һайлаусылар ҙа бихисап. Элекке уҡыусылары Гөлзинә Солтанова, Земфира Ғайсина, Гөлназ Солтанова, Флүр Хәкимов, Мәскәү техник институтын тамамлап, Себер тарафтарында иҡтисадсы булып эшләп йөрөй. Рәмил Ғәзизов, Буранбай Татлыбаев, Хәниф Ғәзизов, Әлфәрит Йосопов, Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап, вазифалы урындарҙы биләй. Мәктәпте алтын, көмөш миҙалға тамамлаусылар ҙа байтаҡ. Шуларҙан Алһыу Солтанова, Гөлнур Кәримова, уҡытыусылары юлын һайлап, балаларға математиканан белем бирә. Әле юғары уҡыу йортонда белем алған егеттәр менән ҡыҙҙар ҙа Сәлиә апайҙарының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә өлгәшә.
Сәлиә Солтан ҡыҙы ғүмерлек бәхете — ошо ауыл егете Шакир Солтанов менән мәктәптә таныша. Шакир Йәғәфәр улы — физкультура уҡытыусыһы. Улар ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Тормоштары ла, балалары ла барыһына өлгө булырлыҡ. Алһыу менән Ләйсән мәктәпте — көмөш, ә кинйәләре Линар алтын миҙалға тамамланы. Апайҙары күптән юғары уҡыу йортон бөтөрһә, Линар — студент.
Мәктәбебеҙҙә шундай абруйлы уҡытыусының эшләүенә сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм ҡыуанып бөтә алмайбыҙ.
Ира ҒӘЗИЗОВА,
мәғариф ветераны.
Әлшәй районы.


Вернуться назад