Нурлы йөҙө лә дауа13.09.2012
Әлиә бала саҡта уҡытыусы йәки фельдшер булырға хыяллана. Документтарын педагогия һәм медицина колледждарына тапшырғас, икеһенә лә имтихандарҙы уңышлы бирә. Әммә фельдшер һөнәрен һайлай. Манышты ауылы ҡыҙы, ҡулына диплом алғас, Мөхәмәт ауылына эшкә килә.
Ауылда фельдшер булмағанлыҡтан, оҙаҡ ҡына ябыҡ торған медпунктҡа Әлиә килеү менән йән керә. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, бөтөн эште урыны-еренә еткереп, теүәл үтәгән, күпте белгән, алсаҡ йөҙлө ҡыҙҙы олоһо ла, кесеһе лә үҙ итә. Әлиәнең һәр кем менән уртаҡ тел таба алыуына һоҡланаһың. Ситтән тороп белемен дә камиллаштыра. Уңғандарға һәр ерҙә лә юл асыҡ шул. Ул йомшаҡ, тилбер ҡулдары менән укол һалғанда ла бер ниндәй ауыртыу тоймайһың, тиҙәр. Бына шундай уңған, кешелекле фельдшер эшләүенә һөйөнөп бөтә алмай мөхәмәттәр.
Резеда БӘҘРЕТДИНОВА.
Белорет районы


Вернуться назад