Депутаттан уңдыҡ13.09.2012
Арыҫлан ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктынан һөйләшә-һөйләшә ике апай сығып килә.
— Газ үткәреп ҡайһылай йәтеш иттеләр. Хәҙер ҡышын да медпункт йылы ғына торор инде.
— Шулай шул!
— Депутатыбыҙ Рәйес Күскилдин ярҙам иткән бит.
— Эйе, һәйбәт кеше, тиҙәр уны.
Ҡыйғыла Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәйес Күскилдин хаҡында йыш ишетергә тура килә. Һуңғы йылдарҙа уның ҙур ярҙамы менән ауылдарыбыҙ күркәмләнә, “зәңгәр яғыулыҡ” инә.
Бәғзе берәүҙәр депутат булып һайланыр алдынан нимә генә вәғәҙә итмәй. Ә инде, мораҙына ирешкәс, халыҡты бөтөнләй онота. Рәйес Әхмәтша улы районға юлды һыуытмай. Ауылдарҙа булып, кешеләр менән даими осраша, уларҙың тормошо менән ҡыҙыҡһына, мөрәжәғәтен тыңлай. Ә ул вәғәҙә бирҙеме – онота торған кеше түгел.
Ошо араларҙа ғына депутат хәстәре менән Йыланлы ауылына “зәңгәр яғыулыҡ” үтте. Яуын, Кандаковка, Солтан ауылдары клубтарына ла газ үткәрелде. Тиҙҙән Түбәнге Ҡыйғы, Иҫке Мөхәмәт ауылдары йорттарына ла йылы биреләсәк. Әле йәнә бер нисә ауылға ошо йүнәлештә проект әҙерләнә.
Рәйес Әхмәтша улын йыш ҡына байрам сараларында ла күрергә була. Ветерандарҙы, хужалыҡ уңғандарын матур бүләктәре менән ҡыуандыра тора, гәзит-журналдарға яҙҙыра.
Барлыҡ депутаттар ҙа Рәйес Күскилдин кеүек булһын ине.
Алмас ҒӘЙФУЛЛИН.
Ҡыйғы районы.


Вернуться назад