Ҡурайға һәйкәл кәрәк!13.09.2012
Милләтебеҙҙе ҡурайһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Ғәжәп серле был уйын ҡоралы борон-борондан айырылмаҫ юлдашыбыҙ булған. Башҡорт ҡайғы-хәсрәтен дә ҡурайы менән таратҡан, ҡыуанысынан да ошо серле көпшәгә үрелгән.
Бөгөн дә ҡурай – тамашаларыбыҙҙың төп йәме. Һуңғы йылдарҙа ғына бынамын тигән талантлы йәштәр быуыны үҫеп сыҡты, ҡурайсылар бәйгеләренең даими үткәрелеүе лә ҡыуандыра.
Шулай ҙа ҡурайыбыҙға иғтибар етеңкерәмәгән кеүек, минеңсә. Баш ҡалабыҙҙың иң күркәм урынында уға ҙур һәйкәл ҡуйыр мәл етте түгелме? Төндәрен ҡурайҙың тажы төрлө төҫтә балҡып торһа, милли республикабыҙҙың төп символын килгән ҡунаҡтарға ла ғорурланып күрһәтә алыр инек. Был турала башҡалар нимә уйлай икән? Бәлки, ошо һәйкәл өсөн махсус иҫәп асырғалыр… Шәхсән мин бөгөндән үк бер айлыҡ пенсиямды күсерергә әҙер.
Нурия ИБРАҺИМОВА.
Шишмә ҡасабаһы.


Вернуться назад