Енәйәтсе хөкөм ителәсәк13.09.2012
Силәбелә “Хизб-ут-Тахрир-әль-Ислами” ойошмаһын төҙөгән кешеләрҙең береһе ҡулға алынған.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, ул 1978 йылда Силәбе өлкәһендә тыуған. Тикшереү һөҙөмтәләренә ҡарағанда, быйыл ғинуарҙа Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондарында ул дини йәштәрҙе тыйылған ойошма эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, экстремистик әҙәбиәт таратыу менән шөғөлләнгән, терроризм идеологияһын өйрәнеү буйынса дәрестәр үткәргән.
Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре, төркөмдәге алты кешенең йортонда тентеү үткәргәндә, баҫма һәм ҡулдан яҙылған материалдар тапҡан. Ойоштороусыға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әле ул һаҡ аҫтында.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад