“Ҡыҙыл әтәс” шашынманы13.09.2012
Быйыл республикала янғындан 1558 гектар урман зыян күргән. Юғалтыуҙар бер миллион һумға баһаланһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның күләмен әлегә урмансылар күҙаллай алмай, сөнки был урында бер нисә йылдан ағастар ҡорой башлаясаҡ. Шуныһы: күпселек осраҡта янғын сығыуҙа кеше ғәйепле була. Йыл башынан урманда янғын хәүефһеҙлеген үтәмәгән өсөн 656 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, һалынған штрафтың дөйөм күләме — 2,340 миллион һум.
Шулай ҙа урмансыларҙың ентекле әҙерләнеүе үҙ һөҙөмтәһен биргән: ут ялмаған майҙандарҙың 73 проценты беренсе тәүлектә үк һүндерелгән. Тармаҡты тейешле кимәлдә финанслау ҙа күп мәсьәләне хәл иткән: заманса техника һатып алынған, райондарҙа янғынға ҡаршы көрәш пункттары төҙөлгән, патруллек итеү тейешле кимәлдә ойошторолған.
Быйыл республикала тәүге тапҡыр урман янғындарын иҫкәртеү өсөн авиация ҡулланғандар. Әлбиттә, был сара ҡыйбатҡа төшкән, йәмғеһе 10 миллион һум самаһы аҡса сарыф ителгән, шулай ҙа урмансылар үҙ маҡсатына өлгәшкән. Күпселек янғындарҙы башланған сағында уҡ һүндергәндәр.
Л. ҒАФАРОВА.


Урман хужалығы министрлығының урманды һаҡлау бүлеге начальнигы Рафаэль Науширванов:
– Ауыл халҡы янғынға ҡаршы көрәшкә дәррәү ҡушылды. Ваҡытында шылтыратып, хәлде белгертеп торҙолар. Быйыл урмандарҙы һаҡлау һәм техник йыһаз өсөн 76 миллион һум аҡса бүленде. Ебәк күбәләге менән ҡабыҡ ҡуңыҙына ҡаршы көрәшкә иғтибар артты. Аэрозоль һиптергәндән һуң, ҡоротҡостарҙың 90 проценты һәләк булды.


Вернуться назад