Күп балалы ғаиләгә — “ГАЗель”13.09.2012
Белорет ҡалаһында 13 бала тәрбиәләгән Ермиловтар ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға — Светлана Сучкова менән Валерий Ермилов 14 урынлыҡ “ГАЗель” микроавтобусына эйә булды.
— Һеҙҙең ғаиләгеҙ республика һәм урындағы хакимиәт етәкселегенең даими иғтибарына лайыҡ, — тине Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов, уларға автомобиль асҡысын тапшырғанда. — Күптән түгел генә, Белорет ҡалаһының юбилейын байрам иткәндә, һеҙгә яңы йорт асҡысы тапшырылғайны. Ә бөгөн — сираттағы ҡыуаныслы ваҡиға. Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, һеҙ “ГАЗель” автомобилен алаһығыҙ. Ошо бурысты ҙур кинәнес менән башҡарам, сөнки һуңғы тапҡыр күп балалы ғаиләгә автомобилде биш йыл элек тапшырғайныҡ.
— Белорет районына күсеп килгәс тә ҙур ярҙам тойҙоҡ. Барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Күп балалы ғаиләләргә иғтибар биргән өсөн республика етәкселегенә айырыуса рәхмәт һүҙҙәре әйтергә теләйбеҙ. Тағы ла бер хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Хәҙер ялға ла, магазиндарға ла, туғандарға ла, баҡсаға ла бергәләп йөрөйәсәкбеҙ, — ти бәхетле ғаилә ағзалары.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад