Һәр бурыстың үҙ шарты бар12.09.2012
Банк кредиты — ул мөлкәт, тауар һатып алыу, эш башҡарыу, хеҙмәт күрһәтеү, шулай уҡ шәхси, көнкүреш һәм башҡа ихтыяждар өсөн банк тарафынан бурысҡа бирелгән аҡса. Кредит алған кеше уны договорҙа күрһәтелгән ваҡыт эсендә кире ҡайтарырға, шулай уҡ аҡсаны тотонған өсөн процент түләргә тейеш.
Тәүҙә хәлегеҙҙе самалағыҙ
Кредит килешеүендә йыш ҡына банк файҙаһына башҡа түләүҙәр ҙә билдәләнә. Мәҫәлән, документтарҙы ҡараған, иҫәп асҡан һәм уны һаҡлаған, аҡса күсергән өсөн. Ошо талаптар үтәлмәһә, ваҡытында үтәлмәһә йәки аҡса түлыһынса түләнмәһә, банк неустойка (штраф, пеня) билдәләй ала. Кредит ойошмаһының хоҡуҡтары договорҙа аныҡ күрһәтелә.
Банк аҡсаһына ысынлап та мохтажлыҡ кисерәһегеҙме, шәхси (ғаилә) килеменән сығып, кредитты бөтә өҫтәмәләре менән кире ҡайтара алаһығыҙмы? Иң элек ошо һорауҙарға яуап бирегеҙ, мөмкинлегегеҙҙе дөрөҫ баһалағыҙ.
Федераль ҡануниәткә, атап әйткәндә, “Ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы, “Банктар һәм банк эшмәкәрлеге тураһында”ғы закондарға ярашлы, финанс ойошмаһы хеҙмәткәре килешеү төҙөгәнгә тиклем үк кредиттың шарттары тураһындағы мәғлүмәт менән ентекләп таныштырырға тейеш. Бындай мәғлүмәткә аҡсаның тәүге күләме, йыллыҡ проценттарҙы индереп, уның тулы күләме, түләү теҙмәһе инә.
Кредит һорар алдынан төрлө банктарҙың тәҡдимен өйрәнергә кәңәш ителә. Штрафтар һәм пеняларҙы асыҡларға онотмағыҙ, сөнки ҡайһы бер банктарҙа айлыҡ түләүҙе бер көнгә һуңлатҡанда ла штраф күләме ярайһы уҡ ҙур булыуы бар.
Банктан алған аҡсаны банкомат, мәғлүмәт киоскыһы, шулай уҡ касса, почта аша түләргә мөмкин.
Теге йәки был банк менән кредит килешеүе төҙөр алдынан уны ныҡлы өйрәнегеҙ, хатта ҡағыҙҙарҙы өйөгөҙгә алып ҡайтһағыҙ ҙа була. Бурыстарҙы билдәләгән шарттарға иғтибар итегеҙ. Кредит договорында билдәһеҙ йәки мәғәнәһе аңлашылмаған һөйләмдәр бар икән, финанс ойошмаһы хеҙмәткәренән ярҙам һорағыҙ. Аңлатма һеҙҙе ҡәнәғәтләндермәһә, был банктан аҡса алыуҙы кисектереп торорға кәңәш ителә.
Килешеүгә ҡул ҡуйһағыҙ, һеҙ барлыҡ шарттарҙы ҡабул итәһегеҙ, йөкләмәләрҙе үҙ өҫтөгөҙгә алаһығыҙ. Тимәк, төп бурысты һәм уға өҫтәмәләрҙе ваҡытында түләргә тейешһегеҙ. Ошо шартты боҙһағыҙ, банк судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.
Ваҡытында түләй алмаһағыҙ...
Кредит буйынса айлыҡ түләүҙе ниндәйҙер сәбәп буйынса ваҡытында индерә алмайһығыҙ икән, банк дәғүә белдергәнен көтөп ултырмағыҙ, сөнки финанс ойошмаһы яғынан үҙегеҙгә ышанысты юҡҡа сығарасаҡһығыҙ. Һәр тотҡарлыҡты, түләүгә бәйле етешһеҙлектәрҙе сағылдырған кредит күрһәткесе хаҡында онотмағыҙ. “Ҡара исемлек”кә эләкһәгеҙ, бер банк та аҡса бирмәйәсәк. Шулай ҙа түләүҙе ваҡытында күсерә алманығыҙ, ти. Нимә эшләргә? Бының өсөн иң элек кредит килешеүендәге яҡтарҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары, аҡсаны ҡайтарыу сроктарын боҙған өсөн яуаплылыҡты билдәләгән өлөштө ҡайтанан иғтибар менән уҡып сығығыҙ; банкка йөкләмәне тулыһынса үтәү мөмкинлегенең булмауы тураһында ғариза яҙығыҙ, ҡыйынлыҡтың сәбәбен аңлатығыҙ, хәлде яйға һалыу срогын күрһәтеп, кредитты өлөшләтә түләтеүҙе һорағыҙ; банк менән арағыҙҙы боҙмаҫҡа тырышығыҙ, мөмкинлеккә ҡарап, аҡса түләүҙе дауам итегеҙ.
Ҡайһы бер банктар башҡа финанс ойошмаларынан алынған бурысты ҡаплау өсөн кредит тәҡдим итә. Яңы кредит отошлораҡ шарттарҙа бирелеүе ихтимал.