Башҡортостандың Тәфтиш комитеты Өфө тимер юл техникумының I курс студентының үлем сәбәбен асыҡлай. Дөйөм ятаҡта йәшәгән өс егетте “ашығыс ярҙам” машинаһы менән 10-сы ҡала клиник дауаханаһына алып киләләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар берәүһенең ғүмерен ҡотҡара алмай. Уларҙың диагнозы —ағыуланыу. Йәкшәмбе көндө студенттар сифатһыҙ аҙыҡ-түлек ашаған. Әлегә уларҙың нимә менән ағыуланғанын асыҡлайҙар.
Л. ҒАФАРОВА.