Урындағы үҙидара мәсьәләләре ҡараласаҡ12.09.2012
19 сентябрҙә Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса округ консультатив советының тәүге ултырышы үткәрелә.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Рәсәй Президентының сәйәси системаны яңыртыуҙы тәьмин итеүгә ҡағылышлы күрһәтмәһен тормошҡа ашырыу йәһәтенән Волга буйы федераль округы төбәктәрендә урындағы үҙидараны үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерәсәк.
Советтың төп бурыстары — төбәк башлыҡтары вазифаһына дәғүә иткән кандидаттарға булышлыҡ итеүҙә депутаттарҙың ҡатнашыуы, кадрҙар резервын туплау, төбәк һәм муниципаль власть органдары араһында вәкәләттәрҙе бүлеү мәсьәләләре буйынса дәүләт власы органдары өсөн тәҡдимдәр әҙерләү. Төбәк һәм муниципаль органдарының федераль структуралар менән әүҙем эшмәкәрлеген яйға һалыу Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса округ консультатив советы эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәһе булырға тейеш.
Округ советы быйыл июль айында ойошторолдо. Уның составына муниципалитет вәкилдәре ҙур ҡалаларҙың һәм административ үҙәктәрҙең хакимиәт башлыҡтары, төбәк һәм төбәк-ара ассоциациялар, муниципаль берәмектәрҙе туплаған йәмәғәт структуралары етәкселәре, Федераль Йыйылыш вәкилдәре, эксперттар инде.
Башҡортостандан cоветта республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеты рәйесе Рөстәм Күзбәков, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы, Башҡортостандың Муниципаль берәмектәр советы рәйесе Сергей Молчанов, Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының хакимиәт башлығы Алексей Изотов ҡатнаша.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад