Иң бәләкәй пенсия күләме билдәләнде12.09.2012
Республика парламенты йәйге ялдан һуң эш башланы. Әле яңыраҡ ҡына комитеттарҙың ултырыштары үткәйне, кисә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумының ултырышы булды.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың дүртенсе саҡырылыш депутаттарының 55-се ултырышы 20 сентябрҙә буласаҡ тип хәл ителде. Унда ҡарауға сығарыласаҡ закон проекттарының алтауһы яңы закон статусын аласаҡ тип көтөлә. Улар — “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы республика законының 7-се статьяһына үҙгәреш индереү, “Башҡортостан Республикаһының Ғаилә кодексына үҙгәреш индереү тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында мәрхәмәтлек эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамы тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында балалар хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында”ғы республика Законына үҙгәреш индереү, “Башҡортостан Республикаһында халыҡты эш менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтеү”, “Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәте тураһында”ғы Законға үҙгәреш индереү тураһындағы закон проекттары.
Ҡалған закон проекттары икенсе һәм беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ.
Беренсе уҡыуҙа “Башҡортостан Республикаһында ҡулланыу кәрзине һәм йәшәү минимумын асыҡлау һәм билдәләү тәртибе тураһында”ғы Закондың 4-се статьяһына үҙгәреш индереү ҙә беренсе уҡыуҙа ҡаралырға тейеш. Закондың асылы тураһында республика парламентының социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау комитеты рәйесе Альбина Буранғолова һөйләне.
— 2013 йылға пенсионерҙарға йәшәү минимумы билдәләнде. Ул 5690 һум тәшкил итәсәк. Быйылғы менән сағыштырғанда (5220 һум) үҫеш бар. Уны 100 меңдән ашыу пенсионер аласаҡ, — тине ул.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад